Башҡортостан йылғалары үҙ кимәлдәренә ҡайта

Республикала яҙғы ташҡын тамамланыуға бара. Башгидрометүҙәк йылғаларҙа һыу кимәле хаҡында мәғлүмәт бирҙе. Күп кенә йылғалар үҙ кимәлдәренә ҡайта.

Фото №1 - Башҡортостан йылғалары үҙ кимәлдәренә ҡайта

Шулай итеп, 28 апрель көнөнә ҡарата Стәрлетамаҡтағы Ағиҙел йылғаһы бер сантиметрға, Өфөләге Ағиҙел - 18 см-ға кәмегән. Уҙған тәүлектә Шаҡша биҫтәһендәге Өфө йылғаһы30 см-ға күтәрелгән.

Бочкарев ауылы янындағы Дим йылғаһының кимәле үҙгәрмәгән. Ташҡындың иң хәүефле осоро артта ҡалды.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ