Белорет районында Силәбе өлкәһендә йәшәүсе 24 йәшлек егетте ВАЗ-2106 маркалы автомобиль менән идара иткәндә, юл инспекторҙарына туҡтата. Юл инспекторы водитель таныҡлығының ысынбарлыҡҡа тура килеүенә шикләнә.
БР-ҙың Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө-Белорет юлында инспекторҙар бер машинаны туҡтата. Водитель документтарын тикшереүгә бирә. Һөҙөмтәлә, автоһәүәҫкәрҙең исем-шәрифе водитель таныҡлығындағы исем-шәрифтәр менән тура килмәй. Егет, үҙенең водитель таныҡлығының булмауын, ә ялған документтарҙы интернет аша алыуын хәбәр итә.
Бындай хоҡуҡ боҙоу өсөн һикһән мең һумға тиклем штраф, йәки иректән мәхрүм итеү ҡаралған. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: Интернет




