Республикала 12 мең трактор яҙғы баҫыу эштәрендә ҡатнашасаҡ

Яҙғы баҫыу эштәре осоронда ун ике меңгә яҡын трактор ер эшкәртеүгә төшәсәк. Ауыл хужалығы культураларын сәсеү эшенә 4 750 агрегат оҙатыласаҡ. Билдәләп үтергә кәрәк, сәсеү комплексы һаны ҡырҡ агрегатҡа артты.

Фото №1 - Республикала 12 мең трактор яҙғы баҫыу эштәрендә ҡатнашасаҡ

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, баҫыу эштәренә 11,5 мең трактор йәлеп ителәсәк. Был агрегаттар баҫыуҙарҙа дым ҡаплауҙы 8-9 көн эсендә башҡарып сығырға мөмкинлек бирә. Бойҙай культуралары- 12-14 , ә башҡа төр культуралар 11-13 көн эсендә сәселеп бөтәсәк.

Һуңғы өс йылда ауыл хужалығы машиналары паркы яңыртыла. Ошоноң менән сәсеү ваҡыты ла ҡыҫҡара. Хәҙер ауыл эшсәндәре яҙғы баҫыу эштәрен яҡынса 3-4 көн алдан тамамлай

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ