Стәрлетамаҡта мәктәпкә һөжүм яһаусы үҫмер тикшереү изоляторында ҡаласаҡ

Башҡортостандың Юғары судында, Стәрлетамаҡ мәктәбенә һөжүм яһаусы үҫмерҙең адвокаты биргән апелляцион ялыу буйынса ултырыш тамамланды. Адвокат һәм үҫмерҙең ата-әсәһе хөкөм сараһын тикшереү изоляторында түгел, ә йорт шарттарында үтәүҙе һорай. Был ялыу, изоляторҙа үҫмерҙең дауалау курсы ала алмауға һылтана.

Фото №1 - Стәрлетамаҡта мәктәпкә һөжүм яһаусы үҫмер тикшереү изоляторында ҡаласаҡ

Үҫмерҙең әсәһе билдәләүенсә, бындай енәйәт эшенә улын уның синыфташтары этәрә. Ата-әсәһе әйтеүенсә, Артем тикшереү изоляторында ултыра алмай, сөнки ул медицина ярҙамына мохтаж. Бынан тыш, егеттең яҡлаусыһы, үҫмерҙең уҡыуын дауам итергә тейешлеген һорай.

Юғары суд тәүге суд ҡарарын шул килеш ҡалдыра. Артем Таһиров тикшереү аҫтында ҡала. Үҫмерҙең яҡлаусыһы, Республиканың Президиумына ялыу бирәсәге хаҡында хәбәр итте.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ