Республиканың дезинфекция үҙәге талпандарға һәм серәкәйҙәргә ҡаршы биләмәләрҙе эшкәртә. Апрелдә, шулай уҡ май-июнь айҙарында санитар-профилактик эштәр башҡарыласаҡ. Айырыусы, йәмәғәт урындары эшкәртеү үҙәгендә ҡала.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, 340 гектар майҙанда талпандарға ҡаршы эшкәртеү башҡарыласаҡ. Был биләмәләргә Өфөлә урынлашҡан парктар, скверҙар, баҡсалар инә. Өфө һыу буйҙырда иһә серәкәйҙәргә ҡаршы санитар-профилактик эштәр башҡарыла.
Был маҡсатлы эштәр республиканың ҡала-райондарында барлығы 22787,5 гектар майҙанда башҡарыласаҡ. .
Фото: Интернет




