Республикала иҫерек килеш руль артына ултырған водитель хөкөм ителә

Республикала йәшәүсе ир руль артына иҫерек килеш ултыра. Һөҙөмтәлә, ул аварияға осрай һәм пассажиры, алынған йәрәхәттәрҙән, вафат була.

Фото №1 - Республикала иҫерек килеш руль артына ултырған водитель хөкөм ителә

Уҙған йылда водитель таныҡлығы булмайынса, автоһәүәҫкәр руль артына ултыра. Шәп тиҙлектә барған машина менән идара итә алмай, транспортты ауҙара. Пассажир ауыр йәрәхәттәр ала һәм вафат була.

Был енәйәт эше өсөн ғәйепләнеүсе ике йылға иректән, 2,5 йылға водитель таныҡлығынан мәхрүм ителә.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ