Республикала ВАЗ автомобиле ауҙарыла, өс кеше зыян күрә

Ваҡиға 28 апрелгә ҡараған төндә була. Бөрө-Тәстүбә-Сатҡы йүнәлешендә 27 йәшлек водитель машина менән идара итә алмай, юлдан осоп төшә.

БР-ҙың ЮХХДИ –нан алынған мәғлүмәттәре буйынса, водитель машина менән идара итә алмай. Һөҙөмтәлә, автомобиль юлдан осоп төшә. Водитель, шулай уҡ, уның 28 һәм 15 йәшлек пассажирҙары зыян күрә.

Тәүлек эсендә төбәктә ете юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Уларҙа ун кеше йәрәхәт ала. Шулай уҡ 2700-ҙән ашыу хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡлана.