Төбәктә тәфтишселәр биш йыл элек ҡылынған енәйәт эшен асыҡлай

Енәйәт эшен ҡылыуҙа ғәйепләнеп, 56 йәшлек ир ҡулға алына. Ул 2013 йылда кеше үлтереүҙә ғәйепләнә.

Фото №1 - Төбәктә тәфтишселәр биш йыл элек ҡылынған енәйәт эшен асыҡлай

Республиканың Тәфтиш комитеты хәбәр итеүенсә, 2013 йылдың октябрендә Балтас районында ғәйеплёнеүсе танышы менән алкоголь эсемлек ҡуллана. Улар араһында ыҙғыш сыға. Шул ваҡыт 56 йәшлек ир металл торба алып 22 йәшлек егеттең башына һуға. Бынан һуң, ғәйепләнеүсе кәүҙәне йәшерә.

Һөҙөмтәлә, кәүҙәне йәшергән урындан табалар. Енәйәтсе үҙ ғәйебен таный. Ул һаҡ аҫтына алына.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ