Дыуан районы Таҙтүбә ауылы мәктәбе авария хәлендә

Ауыл халҡы проблеманы хәл итеүҙе һорап Республика Башлығы менән тура бәйләнеш ваҡытында ҡыҙыу линия телефоны аша һорау биргән. Асҡындарға иһә байрамдарҙа йырлап-бейеп сығыш яһау мөмкинлеге юҡ. Район мәҙәниәт йортоноң тамаша залы ябылған. Бөгөн төбәктәрҙән ошо һәм башҡа һорауҙар менән килеүселәр менән Рөстәм Хәмитов ҡабул итеү бүлмәһендә әңгәмәләште.

Фото №1 - Дыуан районы Таҙтүбә ауылы мәктәбе авария хәлендә

Дыуан районының Таҙтүбә ауылы бөтә илгә билдәле. Совет заманында бында "Вечный зов" нәфис фильмы төшөрөлгән. Ауыл тағы ла билдәлелек ала. Тик ҡыуаныслы сәбәптән түгел. Ауылда бөтә нәмә тарих эҙҙәре һаҡлай һәм шул иҫәптән 150 бала уҡыған мәктәп. 1976 йылда һалынған белем усағы әле ошондай ярты емерек хәлдә. Һуңғы ике йылда авария хәлендә булыу сәбәпле, мәктәптең китапханаһы, спорт залы, ашханаһы һәм тамаша залы эшләмәй. Ауыл халҡы совет заманында һалынған бинаны төҙөкләндереүҙе һорап төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт иткән, әммә әлегә ыңғай яуап булмаған. 19 апрелдә Таҙтүбәләр республика етәксеһенә тура бәйләнеш телефоны аша үҙ проблемаһын еткергән.

Ауылда йәшәүсе эшҡыуар Ольга Москвина бөгөн Рөстәм Хәмитовҡа бөтә ауылды борсоған мәсьәлә менән мөрәжәғәт итте.

“Ауылыбыҙҙа мәктәп емерелә. Уҡыусыларға спорт һәм башҡа түңәрәктәрҙә шөғөлләнергә урын юҡ. Ауыл ҙур, балалар һаны ла арта. Беҙгә мәктәп кәрәк. Республика Башлығы мәсьәләне хәл итергә күрһәтмә бирәм тине. Тик район ҡаҙнаһында был маҡсат өсөн аҡса бармы-юҡмы билдәһеҙ. Быйыл булмаһа икенсе йылға мәктәп төҙөкләндерелә башлар, тип өмөтләнергә ҡала”.

Ольга Москвина, Таҙтүбә ауылында йәшәүсе

Асҡын районы халҡы иһә байрамдарҙа йырлай, бейей алмай. Сөнки төбәктәге район мәҙәниәт йортоноң сәхнәһе бикле, тамаша залы эшләмәй. 35 йыл элек төҙөлгән мәҙәниәт йортонда бер тапҡыр ҙа ремонт үтмәгән. Мәҙәнәиәт усағында вокаль һәм бейеү ансамблдәре эшләп килгән. Хәҙер уларға сығыш яһарға урын юҡ, ә район халҡы концерт ҡарарға күрше ҡала- райондарға йөрөй.

"Ағинәйҙәр" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһенә Рөстәм Хәмитов мәсьәлә ыңғай хәл ителәсәге тураһында белдерҙе.

“Райондың мәҙәниәт йорто насар хәлдә. Уны ремонтлар өсөн күп сығымдар талап ителә. Осрашыуҙан һуң ышанып ҡайтам, урындағы халыҡты ла ышандырырмын. Рөстәм Зәки улы быйылдан уҡ башларбыҙ тигәс, мин быға ышанып, һөйөнөп ҡайтырға сығам”.

Ярия Йәләлетдинова, "Ағинәйҙәр" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе

Спортсы Александр Пенкин иһә киләһе йылға Өфөлә ҡышҡы йөҙөү буйынса Рәсәй кубогы үткәреү проектын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам һорап килгән. 11 апрелдә Рәсәйҙә ҡышҡы йөҙөү Федерацияһы идаралығында сараны февралдә Башҡортостанда уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Спортсы билдәләүенсә, ҡышҡы йөҙөү буйынса ярыштарҙы республика спорт саралары исемлегенә индереү, Өфөнөң Яҡутов паркындағы Һалдат күлендә ҡыш йөҙөүселәр өсөн шарттар булдырыу талап ителә.

“Рөстәм Хәмитов менән осрашыу бик емешле булды. Сәләмәт тормошто пропагандалау йәһәтенән ҡышҡы йөҙөү буйынса ярыш үткәреү оло әһәмиәткә эйә. Яҡутов паркында морждарға бина эшләтергә ине. Һыуыҡта һыу ҡойонорға яратыусылар өсөн шарттар булдырыуҙа һәм сараны ойоштороуҙа ярҙам һораным”.

Александр Пенкин, Рәсәй ҡышҡы йөҙөү буйынса федерацияһының төбәк бүлеге етәксеһе
Башбат

Рөстәм Хәмитовтың ҡабул итеү бүлмәһенән һәр мөрәжәғәт итеүсе үҙен һәм яҡташтарын борсоған мәсьәләне ыңғай хәл ителәсәгенә өмөт менән сыҡты. Бер сәғәт эсендә республика башлығы биш кеше менән әңгәмәләшеп өлгөрҙө.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ