Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов килем ҡеүәтенә арналған ведомство-ара комиссия ултырышында белдерҙе.
Табыш күрһәткесенең артыуы үҙ сиратында йөкләмәләрҙе ваҡытынан алда үтәү мөмкинлеге бирә, рейтингтарҙа ла өҫкә күтәрелеш бар, тине Хөкүмәт рәйесе. Бер тапҡыр ингән килемдән тыш мөлкәт һалымы буйынса ла һалым базаһы ла артҡан. Ултырышта билдәләнеүенсә, әле кадастр хаҡы буйынса баһаланған ерҙәрҙе, капиталь төҙөлөш объекттарын инвентаризациялау буйынса күләмле эш бара. Күсемһеҙ милек объекттарынң адресын билдәләү ҙә мөһим бурыс булып тора, был эшмәкәрлек бюджетты тулыландырырға булышлыҡ итәсәк.




