Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 18 апрелдә 17 йәшлек үҫмер Стәрлетамаҡта ике балаға һәм уҡытыусыға бысаҡ менән ташланып, уҡыу бүлмәһенә ут төрткәйне. Бөгөн туғыҙынсы синыф уҡыусыһы Стәрлетамаҡтағы изоляторҙа һаҡ аҫтында. Артем Таһировтың яҡындары, адвокаты менән әңгәмәне беҙҙең сайтта уҡығыҙ.
Артем Таһировтың ата-әсәһе улы менән айырылышыуҙы ауыр кисерә. Һуңғы ике йылда артыҡ аралашып бармаһа ла, һәр ваҡыт өйҙә булды, ти улар. Яҡындары Стәрлетамаҡтағы 1-се мәктәптең коррекция класында уҡыған балаларының һаулығы өсөн дә борсола.
Үҫмерҙең ата-әсәһе әйтеүенсә, был хәлгә Артем оҙаҡ әҙерләнгән. Быны улар аҙаҡтан улдарының көндәлеген табып, ундағы яҙмаларҙан белеп ҡала. Өйҙә йыш ҡына низағ тыуыуын, Артемдың психикаһы ҡаҡшауын хәбәр итеп, ҡулға алыныусының атаһы мәктәпкә лә барып йөрөгән, тиҙәр. Әммә быға иғтибар итеүсе булмаған. Шулай ҙа бар ғәйепте педагогтарға ғына япһарырға ла ярамай. Балалар өсөн тәү сиратта ата-әсәләр үҙҙәре яуаплы, ти психологтар.
Ғаилә улдарының ғәйебен таный. Шулай ҙа үҫмерҙең медицина ярҙамына мохтаж булыуын иҫәпкә алып, адвокат Юғары судта мәктәп уҡыусыһын өйҙә һаҡ аҫтында ҡалдырыуҙарын һорап сығыш яһаны.
Башҡортостандың Юғары суды 17 йәшлек үҫмергә ҡарата ҡарарҙы үҙ көсөндә ҡалдырҙы. Артем Таһиров һаҡ аҫтында. Әммә мәктәп уҡыусыһының адвокаты язаны йомшартыуҙарын талап итә.
Ошо маҡсатта ул үҫмерҙең ата-әсәһе менән бергә республика президиумына ла мөрәжәғәт итергә ниәтләй.
Ә әлегә Артем Таһиров Стәрлетамаҡ тикшереү изоляторында һаҡ аҫтында ҡала. Үҫмерҙең ҡылған ҡылығы өсөн зыян күреүселәрҙән ҡасан иреккә сығып ғәфү үтенеүе билдәһеҙ.




