Тарих эҙҙәре буйлап

Республиканың эҙәрмәндәр отрядтары ҡаты алыштар булып үткән төбәктәрҙә ҡаҙыныу эштәрен дауам итә. Әлеге көнгә яҡташтарыбыҙ тиҫтәнән ашыу һалдаттың һөйәктәрен тапҡан.

Фото №1 - Тарих эҙҙәре буйлап

Миәкә районынан Хәтер һәм Ғорурлыҡ эҙәрмәндәр отряды Липецк өлкәһенең Тербуны районында кисә генә билдәһеҙ һалдат һөйәктәренә юлыҡҡан.

Патриотик клуб етәксеһе Вилсур Нафиҡов билдәләүенсә, ул данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһынан булыуы ихтимал.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ