Һуғыш тарихы йөҙҙәрҙә

"Тере Еңеү. Һуғыш тарихы йөҙҙәрҙә". Өфө Бөтә Рәсәй проектына ҡушылды. Бөгөн тәүге ҡатнашыусылар 40-сы йыл ваҡиғаларын тергеҙҙе. Фото төшөү майҙаны итеп Башҡортостандың Милли музейы менән Өфө моторҙар эшләү берекмәһе һайланды.

Фото №1 - Һуғыш тарихы йөҙҙәрҙә

Морат Ҡолмөхәмәтов билдәле башҡорт яҙыусыһы Яҡуп Ҡолмойҙың ейәне. Ул бөгөн олатаһының уҙған быуатта төшкән фотоһын яңыртасаҡ. Хәрби кейем әҙер. Стилистар геройҙы 40-сы йылдарға тура килтереп биҙәндерҙе.

Ҡыҙғанысҡа, мин фотоның ҡайҙа төшөрөлөүен әйтә алмайым. Шулай ҙа ул саҡта олатайым 23 йәштә булған. Ҡулына тотҡан ҡылыс уға яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн бирелгән.

Морат Ҡолмөхәмәтов, Яҡуп Ҡолмойҙың ейәне

Әйткәндәй, ҡылыс Башҡортостандың Милли музейынан фотопроект өсөн махсус алынған. Ул учреждениела ҡәҙерләп һаҡланған экспонаттарҙың береһе.

“Махсус рәүештә теге йәки был осорҙо күрһәтәбеҙ икән, уларҙы мотлаҡ шул ваҡыттың әйберҙәре менән һүрәтләргә тейешбеҙ. Беҙ уйҙырмаға түгел, ә ысын предметтарға баҫым яһайбыҙ. Шул иҫәптән беҙҙә ҡылыс һаҡлана, беҙ уны бөгөн күрһәттек”.

Марат Зөлҡәрнәев, Башҡортостандың милли музейы директоры вазифаһын башҡарыусы

"Тере Еңеү" тип исемләнгән Бөтә Рәсәй акцияһы туғыҙ ҡала араһында, шул иҫәптән Өфөлә үтә. Проектҡа ҡушылыусылар ғаилә альбомынан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарынан һаҡланған һәм яугирҙың вариҫтарының хәҙерге фотоһүрәттәрен һайлап ебәрҙе.

Башҡортостандың Милли музейында ғына түгел, фото төшөү майҙаны булараҡ Өфө моторҙар эшләү берекмәһе предприятиеһы ла һайланды. Рыбинск ҡалаһынан эвакуацияланған заводтың да тарихи фотолары етерлек. Ә йәкшәмбе проекттың йәнә бер күләмле өлөшө көтөлә.

Башбат

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ