Башҡорт теленән региональ диктантты 12 меңгә яҡын кеше яҙған

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 21 апрелдә үткән яҙма эш һөҙөмтәләре менән интернет селтәрҙә танышырға мөмкин. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәк диктант яҙыуҙа республика һәм Рәсәй ҡалаларынан тыш, сит илдәр ҙә ҡушылғайны.

Фото №1 - Башҡорт теленән региональ диктантты 12 меңгә яҡын кеше яҙған

Телде пропагандалау, грамотаны үҫтереү маҡсатында быйыл ул дүртенсегә ойошторолдо.

Көткән һөҙөмтәләрҙән юғарыраҡ килеп сыҡты. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса 8 меңгә еткерҙек тип әйткәйнек, баҡ тиһәң, һөҙөмтәләрҙе тикшергәс, 12 меңдән ашып киткәнбеҙ. Беҙҙең менән быйыл Төркиә, Польша, Болгария ҡатнашты. Башҡорт телен күтәреү буйынса бына ниндәй эш алып барыла, тип тулы ышаныс менән әйтергә мөмкин”.

Гөлфирә Абдуллина, Башҡорт дәүләт университетының шәрҡиәт һәм башҡорт тел ғилеме кафедраһы мөдире

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ