Силәбелә әҙәби-музыкаль кисә үтте

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмәнең ойошторолоуына 55 һәм Башҡортостандың 100 йыллығына арналған сарала республиканан барған яҙыусылар, шағирҙар ҙа ҡатнашты.

Фото №1 - Силәбелә әҙәби-музыкаль кисә үтте

Өлкә әҙиптәре менән Башҡортостан ҡунаҡтары түңәрәк өҫтәл артында фекер алышты. Һөйләшеүҙә китаптар баҫтырыу, милли матбуғаттың яҙмышы кеүек мөһим һорауҙар күтәрелде. Ил, милләт, тел һәм башҡорт мәҙәниәтенә ҡағылышлы темалар ҙа ситтә ҡалманы.

“Силәбе өлкәһенән сыҡҡан ижадсылар һәр ваҡыт башҡорт әҙәбиәтенә килгәндәр, башҡорт әҙәбиәте өсөн ижад итеп торғандар. 55 йыл – символик рәүештә билдәләнгән һан”.

Зәки Әлибаев, Башҡортостан яҙыусылар союзы рәйесе

Милләттәштәребеҙҙә рух булғас, улар ситтә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, үҙебеҙҙең милләтебеҙгә хеҙмәт итеүҙе дауам итәләр. Афарин, Силәбе башҡорттары!

Лариса Абдуллина, "Башҡортостан" гәзите хәбәрсеһе, шағирә

Аҡмулла әҙәби берекмәһе ярты быуаттан ашыу инде урындағы милли шиғриәтте, прозаны үҫтереүҙә ҙур эш башҡара. Ойошма тарафынан өлкәлә төрлө саралар уҙғарыла, йәш таланттар асыла. Шулай уҡ әҙиптәр йәш ижадсылар менән дә әүҙем эшләй. Шиғриәт конкурстары уҙғарыла, башҡорт теле уҡытыусыларының семинарҙары үтә.

Ғәлимов Сәләм исемендәге премия биш йылға бер тапҡыр иң яҡшы тип танылған ҡәләм тибрәтеүселәргә, журналистарға һәм тыуған яҡ тарихын өйрәнеүселәргә тапшырыла. Премияға ҡушып, аҡсалата дәртләндереү ҙә ҡаралған. Быйыл әҙиптәр Кәтибә Кинйәбулатова исемендәге премия булдырыу тураһында ла ҡарар ҡабул итте.

“Башҡортостандан шағир, яҙыусыларҙы Силәбегә алып килеп, уларҙың ҡатнашлығында халыҡҡа шиғырҙар уҡып, Башҡортостанда барған хәрәкәтте еткерге килә. Был беҙҙең халыҡтың берҙәмлеген күрһәтә”.

Ҡамса Мортазин, М. Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә рәйесе

“Был ерҙең халҡы миңә ихласлығы, үҙенең үҙенсәлекле һөйләше менән бик оҡшай. Ғөмүмән, был төбәк беҙҙең өсөн яҡын, айырылғыһыҙ”.

Әхмәр Үтәбай, "Ағиҙел" журналы баш мөхәррире урынбаҫары, шағир

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ