Республика етәкселеге сит ил вәкилдәре менән Башҡортостандың Урал аръяғында тормошҡа ашырыласаҡ инвестиция проекты буйынса килешеү төҙөнө. Уға ярашлы, Сибай ҡалаһында цемент заводы барлыҡҡа киләсәк. Был килешеү ике йыл буйы алып барылған һөйләшеүҙәр, проект шарттарын, ерлекте, баҙар мөмкинлектәрен өйрәнеү һөҙөмтәһе.
Ҡытайға эш сәфәре барышында Салауат районында барлыҡҡа киләсәк цемент заводы буйынса ла һөйләшеүҙәр булды. Инвестиция проектының технология һәм инженер мөмкинлектәре өйрәнелде. Ике проектты ла тормошҡа ашырыу өсөн Ҡытайҙар егерме миллиардтан ашыу аҡса тотонмаҡсы. Һөҙөмтәлә урындағы халыҡҡа йөҙәрләгән эш урындары барлыҡҡа киләсәк. Иң мөһиме, цемент етештереү процесы заманса экологик талаптарға яуап бирә тип вәғәҙәләйҙәр.
Тап экология мәсьәләһе йәмғиәттә ығы-зығы тыуҙыра ла инде. Цемент етештереү сәләмәтлек өсөн дә, тәбиғәткә лә зарарлы тип иҫбатлай халыҡ. Йәнәһе лә, һауаға күҙгә күренмәҫ саң ырғытыла. Дөрөҫ һүҙҙәр. Ләкин әлеге ваҡытта түгел. Йәмғиәт элекке заводтарҙы күҙ уңында тотоп фекер йөрөтә. Хәҙерге етештереү предприятиеларына экологик талаптар ҡаты. Бигерәк тә Ҡытайҙа. Ә ығы-зығыны һәр нимәнән дә сүп эҙләүселәр, хеҙмәт урындары булғандар йәки эш бөтөнләй кәрәкмәгән хаҡлы ялдағылар ҡуҙғата. Ә инде ғаиләле, эш таба алмай аҙапланғандар, себер китеп вахтала бил бөккәндәр яңы завод барлыҡҡа килеүен хуплап ҡабул итә. Ҡытай инвесторҙары быға тиклем дә төрлө төбәктәрҙә цемент заводтары асты. Унда ла ризаһыҙҙар булды. Ләкин һуңынан, етештереү процесын ғәмәлдә күргәс, күнделәр.
Ә ниңә алыҫ йөрөргә? Шул уҡ көньяҡ райондағы завод өсөн ғауға ҡупһа, Салауатта ризаһыҙлыҡ белдереүселәр осраманы.
Колхоздар тарҡалғас, ауылда эшләп йөрөгән ир-егеттәр Себер тарафтарына юлланды, шулай ҙа ғаиләләре бында ҡалыу сәбәпле, күптәр вахта ысулын һайланы. Салауат районы Мөрсәлим ауылында йәшәүсе Айҙар Хисмәтуллин да шулар иҫәбендә. Бөгөн ул ғаиләһен туйындырыу өсөн республиканан ситтә эшләргә мәжбүр. Әлбиттә, атай кешенең айҙар буйы вахтала йөрөүенән айырыуса балалар ыҙа сигә. Тормош иптәшенә лә ғаилә йөгөн бер үҙенә тартыуы еңелдән түгел.
Хисмәтуллиндар кеүек ғаиләләр республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә бик күп. Хәйер, уларҙың проблемаһы яҡын киләсәктә өлөшләтә булһа ла хәл ителергә тейеш. Был аҙнала Башҡортостан делегацияһы эш сәфәре менән Ҡытайға барҙы. Халыҡ республикаһындағы осрашыуҙарҙың береһендә Салауат районында цемент заводын төҙөү мәсьәләһе тикшерелде. Ошондай уҡ күләмле предприятиены Сибай ҡалаһында ла төҙөргә килешелде
Салауат районындағы завод өсөн дә 11 миллиард һумдан ашыу инвестиция йүнәлтеү ҡаралған. Уның проект ҡеүәте тәүлегенә 5 мең тонна продукция етештереүгә иҫәпләнгән. Предприятие өсөн сеймал Мөрсәлим ауылы эргәһендәге ятҡылыҡтан алынасаҡ.
Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса завод өсөн эзбиз ташы кәмендә бер быуатҡа етә. Әгәр ҙә был инде йылына 1 миллион тонна сеймал эшкәркәндә. Шулай ҙа Мөрсәлим ятҡылығының запасы бының менән сикләнмәй. Геологтар киләсәктә быға тиклем өйрәнелмәгән эргә-тирәләге ер аҫты байлығын тикшерергә иҫәп тота.
Сеймалдың төрлө химик элементтарға бай булыуын урындағы халыҡҡа аңлатыу кәрәкмәй. Уның составы Ҡытай инвесторында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Шуға ла киләсәктә бәлки, икенсе төр продукциялар сығарыу ҙа яйға һалыныр, ти урындағы халыҡ.
Әле төбәк властары Ҡытай инвесторы өсөн 35 гектар ер бүлгән. Тәүге этапта сит ил вәкилдәре тарафынан 4 миллион евро үҙләштерелер тип көтөлә. Киләсәктә шулай уҡ бында 250-нән ашыу эш урыны булдырыласаҡ. Айырым этаптарҙа урындағы бизнесты йәлеп итеү һәм төбәктә етештерелгән төҙөлөш материалдарын файҙаланыу ҡарала.
Экология мәсьәләһенә бәйле, Сибайҙағы завод өсөн ғауға күтәрелһә лә, шул уҡ Магнитогорск ҡалаһы эргәһендә ҙур күләмдә цемент етештерелә. Бөгөн был предприятие республиканан да байтаҡ кешене эш урындары менән тәьмин иткән. Яҡташтарыбыҙ фекеренсә, һуғыштан һуң төҙөлгән заводта экология мәсьәләһе һуңғы йылдарҙа бер тапҡыр ҙа күтәрелгәне булмаған. Сөнки ул һауаны зарарлы матдәләр һаҡлаусы заманса таҙартыу ҡоролмалары менән йыһазландырылған.
Республикала ике цемент заводы барлыҡҡа килеүе ауылдарҙың инфраструктураһын яҡшыртыға ла мөмкинлек бирәсәк. Шул уҡ Мөрсәлим ауылындағы предприятие өсөн ҙур күләмдә зәңгәр яғыулыҡ кәрәк була. Тимәк, был үҙ сиратында газ үтмәгән төпкөлдәге ауылдарҙы ла заман уңайлыҡтары менән тәьмин итәсәк.




