Реклама "дауаһы"

Гәзиттә яҙылған икән, тимәк хаҡ һүҙҙәр. Совет осоронда тыуған кешеләрҙең барыһы ла шулай уйлайҙыр ул. Гөзит, телевидение көсө ныҡ тәьҫир итә оло йәштәгеләргә. Ә мутлашыусылар шуны ғына файҙалана ла инде. Зәңгәр экрандар, баҫмалар аша нимә генә тәҡдим итмәйҙәр. Ат хаҡына көнкүреш кәрәк-яраҡтары һатыуҙары бер, ә бына дарыу тип билдәһеҙ шыйыҡсалар тәҡдим итеүҙәре күңелһеҙ тамамланыуы ихтимал. Сәйер баҫмаларҙа нимә рекламалайҙар һуң?

Фото №1 - Реклама "дауаһы"

Был проблемаға депутаттар ҙа иғтибар итте. Телевидениела медицина препараттарын рекламалауҙы тыйыусы закон проекты тәҡдим итәләр. Халыҡ һайланыусылары фекеренсә, зәңгәр экрандарҙа маҡталған май, шыйыҡса һәм башҡа төр сараларға ышанып дауалауға китергә тейеш ҡәҙерле ваҡытты үткәрә. Ә һуңынан һуң булыуы ла ихтимал. Телевизор ярай ҙа ә бына бер ерҙә лә теркәлмәгән гәзиттәрҙе нишләтергә? Халыҡ тап ҡағыҙҙан тылсым көсөнә эйә дарыуҙар таба.Меңдәрсә һум аҡса түләп гәзиттәрҙә маҡталған препараттар һатып алырға әҙер.

Гөлгөнә Абдуллина тылсымлы сироп-эликсирҙар тураһында осраҡлы рәүештә белеп ҡала. Йортҡа башҡа гәзит-журнал килмәһә лә, быныһын почтаға ураған һайын һалып торалар. Абдуллиндар кешеләрҙең йүнәлеү тарихын уҡығандан һуң үҙҙәре лә һынап ҡарарға була. Бер тапҡырҙан шифаһы һиҙелмәй тигәстәре ике рәт барып ала. Әммә файҙаһы тойолмай, быуындар һыҙлауы ла бөтмәй, күҙ ҙә асылмай, йөрәк тә йүнәлмәй, ти улар.

“Көҙгөһөн, иптәшем менән актерҙар йортона барып 7 меңгә төрлө дарыуҙар алдыҡ. Күҙҙән, быуындар һыҙлауҙан, йөрәктән дарыуҙар алдыҡ. Уларҙы эстек, әммә бер файҙаһы ла теймәне”.

Гөлгөнә Абдуллина

Файҙаһы теймәгәне көн кеүек асыҡ, сөнки был сироп-эликсирҙар дарыу түгел, ни бары төнәтәмә генә. Эйе, үләндәрҙе рәтен белеп йыйғанда, һыҡҡанда шифаһы бар. Әммә аҡса эшләүҙе генә маҡсат итеп ҡуйған мутлашыусыларҙан бындай изгелекте көтөүе икеле. Мөғжизәле ҡатнашмаларҙың ҡоро һыу, ә тәм, еҫ өсөн тәмләткестәр генә өҫтәлеүе ихтимал. Йәки арзан сироптарҙы алып тышына яңы исем генә йәбештереүҙәре мөмкин. Табиптар әйтеүенсә, был үләндәрҙең ҡайҙа нисек йыйылыуы билдәһеҙ, ә ауырыуҙар рекламаға ышанып сирен аҙҙыра. Сөнки һатыусылар кеҫә ҡалынайтыу өсөн тулы дауалау курсы тәғәйенләй, бер һауыттан ғына файҙа булмаясаҡ тип ҡурҡыта.

“Ул дарыуҙарҙың сертификаты юҡ, һынауҙар үтмәгән, тыйылыуҙар яҙылмаған. Кеше уларҙы үләндән эшләнгән тип ала һала, был дарыу түгел – биодобавка ғына. Уны эсеп дауаланырға түгел, ә зыян күрергә лә мөмкин. Ҡаты ауырыуҙар ваҡытында ваҡыт бушҡа үтеүе ихтимал. Кешенең ауырыуы көсәйә, уны аҙаҡ ҡотҡарыуы ҡыйыныраҡ була. Шуның өсөн бер-бер хәл булғас та дауаханаға барығыҙ”.

Флүр Ханнанов, терапевт

Ә халыҡ ниңә сират тороп ала һуң? Был тәңгәлдә маркетологтарҙың үҙ хәйләһе. Шәхси, төрлө күңел асыу телеканалдарында, бушлай таратылған баҫмаларҙа сыҡҡан рекламаға күберәк оло йәштәгеләр ышана. Улар телевидение, гәзит һүҙен тыңлап өйрәнгән. Ә мутлашыусылар быны бик оҫта файҙалана һәм аҡса эшләй. Белгестәр әйтеүенсә, был гәзит түгел, ни бары ошо форматта сығарылған листовка, йә ҡағыҙ бите. Уны аҡсаһы булған һәр кем баҫтыра ала. Тик был листовкаларҙағы мәғлүмәт өсөн бер кем дә яуап бирмәй. Сөнки адрес та, ойоштороусы ла, мөхәррир ҙә күрһәтелмәгән.

“Һәр гәзит үҙҙәренең биттәрендә киләһе мәғлүмәтте урынлаштырырға тейеш: редакция адресы, яуаплы мөхәррир, тираж, типография һәм ойоштороусылары кем. Былар булмаһа, был гәзит түгел, ә листовка ғына”.

Рәфисә Шәйхисламова, Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы бүлеге мөдире
Башбат

Ни өсөн яуаплылыҡ юҡ, полиция ҡайҙа ҡарай тип әйтергә була. Тикшерәләр, асыҡлайҙар, ябалар. Әммә халыҡтың бер ҡатлылығы менән файҙаланып еңел аҡса эшләргә теләүселәр яңынан табыла. Шуға күрә был гәзиттәрҙең исемдәре лә ураған һайын үҙгәреп тора. Мәҫәлән, "Жить здорово" баҫмаһы элекке "Вестник здоровья". Ә инде был видеояҙма Выборг ҡалаһында төшөрөлгән, халыҡ һатып алыусыларҙы ҡыуа, яҡындарының үлемендә ғәйепләй.

Матбуғат баҫмаһында электрон адрес ғына күрһәтелгән, интернетта һатыусыларҙың үҙ бите бар, әммә унда ла эликсир-сироптарҙы маҡтау-хуплауҙан ары китмәгәндәр. Һәр бер препараттың мөғжизәле көскә эйә булыуы хаҡында яйлап, тәфсирләп яҙылған, хатта, уларҙы ҡулланып шунда уҡ һауығып киткән клиенттарҙың баһалары ла ҡуйылған. Ә бына хужаларҙың исем-шәрифтәре лә юҡ, адрес ни бары Санкт-Петербург ҡалаһы. Зыян күргән хәлдә лә уларҙы табырмын тимә.

Иң аптыратҡаны, доктор менән онлайн-консультация, йәғни улар диагнозды телефон аша ҡуя һәм шунда уҡ дауалау курсы тәғәйенләй. Ә кеше ышана, ала. Курьер аша ла, сауҙа нөктәләрендә лә. Был сироп-эликсирҙар менән һәр нөктәлә бер сәғәт кенә һатыу итеүҙәре лә, ҡабаланған булып китеп барыуҙары ла шик тыуҙырмай. Ни өсөн шәп дарыуҙар урам буйында һатыла тигән һорау ҙа тыумай. Фармацевтар әйтеүенсә, ошондай уҡ составлы үлән төнәтмәләрен дарыуханала алырға мөмкин, тик улар 2-3 тапҡырға арзаныраҡ.

“Гәзиттәге иғландарҙы тотоп кешеләр дарыуханаға килә, әммә беҙҙә ундай дарыуҙар юҡ. Сөнки беҙҙә һатылған дарыуҙарҙың һәммәһе сертификация үтә. Әлбиттә, состав йәһәтенән оҡшаш дарыуҙар, биодобавкалар ҙа һатыла, уларҙың хаҡы гәзиттекенә ҡарағанда 2-3 тапҡырға осһоҙораҡ”.

Нәргизә Муллағәлиева, фармацевт

Мутлашыусылар бер ҡатлы халыҡты ышандырыу өсөн ошо биологик актив ҡатнашмаларҙы ҡулланып аяҡҡа баҫҡан кешеләрҙең фотоһын, йүнәлеү тарихын ҡуя. Әкиәт тип кенә әйтергә мөмкин. Белгестәр әйтеүенсә, гел ҡала кешеһе ҡуйыла, сөнки ауылда халыҡ бер-береһен белә. Икенсенән, сит яҡтан. Әлбиттә, сироп-эликсирҙарҙың бушҡа аҡса түгеү икәнен аңлаған кеше башҡа алмай, әммә яңылары табыла. Кеше бер ҡатлы икән, уның алдаусы ла буласаҡ, ихтыяжды һорау тыуҙыра.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ