Һуңғы һалдат ерләнмәйсә, һуғыш тамамланмай

Аҡыл эйәләренең береһе әйткән был һүҙҙәрҙе 9 май алдынан йыш телгә алабыҙ. Еңеү байрамында ҡайғылар яңыра, ҡәҙерләп ер ҡуйынына тапшыра алмаған яугирҙарҙы, яҡындарыбыҙҙы иҫләйбеҙ. Барыбыҙ өсөн дә хас күренештер был. Бөйөк Еңеү уртаҡ байрамыбыҙ, шул уҡ ваҡытта уртаҡ ҡайғыбыҙ ҙа. Һуғыш кононадаһы тыныуға 73 йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, һаман да исемдәре асыҡланмаған һалдат ҡәберҙәре, яҙмышы билдәһеҙ хәбәрһеҙ юғалғандар бихисап.

Данлыҡлы 112-се Башҡорт атлы дивизияһының яу юлы буйлап та әлегә тиклем яҡшылап эҙәрмәндәр экспедициялары ойошторолманы. Быйыл төбәк-ара "Хәтер вахтаһы" Бөйөк Ватан һуғышы тарихындағы иң аяуһыҙ бәрелештәр үткән төбәктәрҙең береһе Ростов өлкәһендә асылды.

Уның эшендә Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнашты. Яу яланындағы ҡаҙыныуҙың маҡсаты сит төбәктә башын һалған башҡорт атлыларының яҙмышын асыҡлау. Был төбәктә йәшәүсе милли йәмәғәтселек менән бергә эҙәрмәндәр автосәйәхәттә лә ҡатнашты. 112-се Башҡорт атлы дивизияһының яу юлы буйлап үтеп, туғандар ҡәберлегенә сәскәләр һалды, Ватан азатлығы өсөн башын һалған яугирҙар иҫкә алынды.

Мамай ҡурғанында һиллек. Мемориаль комплекс тирәләй Сталинград һуғышында һәләк булған 35 мең яугир ерләнгән. Автосәйәхәттә ҡатнашыусылар немец илбаҫарҙарының бил һөйәген һындырған алышта башын һалыусыларҙы иҫкә алды. Яҡташыбыҙ, сығышы менән Стәрлетамаҡтан, әле федерация советында Волгоград өлкәһе вәкиле Татьяна Лебедева фекеренсә, Сталинград һуғышы илебеҙ халҡының уртаҡ яраһы.

Волгоградттан 79 саҡырымдағы Дондағы Калач ҡалаһында 1942 йылда "Уран" операцияһының яҙмышы хәл ителә. Был тирәлә вермахттың 6-сы армияһы ҡулсаға алына.Ҡыҙыл армияның өс фронты осрашҡан урында әле һәйкәл ҡуйылған.

Дондағы Калачта беҙҙең автоколоннаға урындағы казактар ҙа ҡушылды. Төбәктә башҡорт атлыларын ихтирам итәләр. Фашистарҙы тар-мар итеүгә ҙур өлөш индергән яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә ҡурай моңо яңғырай.

1942 йылдың көҙөндә "Уран" операцияһының һөҙөмтәлелеген тәьмин итеү маҡсатында Башҡорт атлылары Сталинград фронтының алғы һыҙығына ебәрелә. Маҡсат ҡамауҙағы фашистарҙың тыл менән бәйләнешен өҙөү.

Обливская станицаһы тимер юлында урынлашҡан. Сталинградҡа һөжүм иткән немецтар өсөн стратегик әһәмиәткә эйә. Дошман уны нығытмалы ҡәлғәгә әйләндергән. Эргәлә генә ике аэродром, станица тирәләй артилерия һәм пулемет расчеттары урынлаштырылған.

Башҡорт атлыларына Обливскаяны азат итеү бурысы ҡуйыла. Дивизия һалдаттары тиҙ арала эргә тирәләрге утарҙарҙы дошмандан таҙарта. Әммә был алыштар ауырыуса ауыр була. Асыҡ далала дошман кавалерияға ҡаршы авиацияны ҡуллана. Тарихи документтарҙан күренеүенсә, Обливская станицаһы янында урынлашҡан аэродромдарҙан истребителдәр егерме минут һайын һауаға күтәрелеп торған. Ике көн эсендә генә дивизия мең ярым самаһы яугирен юғалтҡан.

“Ҡаты бәрелештәр һәм бомбардировкалар 25, 26, 27, 28 ноябрҙә була. Обливская ялан ере, йәшенеп ятырға урын юҡ”.

Айбулат Хөсәйенов, Башҡорт дәүләт университетының "Ватан" эҙәрмәндәр отряды етәксеһе

Беҙҙең ата-олатайҙар, ғаилә ҡороп та өлгөрмәгән йәш егеттәр Дон буйында ятып ҡала. Кем туғандар ҡәберлегендә, кем оло йырында, суйын балкаһында. Бөйөк еңеүгә 73 йыл үткәс Ростов ерендә ниһәйәт "Хәтер вахтаһы" асылды. Төбәк-ара эҙәрмән отрядттары Обливская станицаһы тирәһендә башҡорт атлылары эҙҙәре буйлап үтә.

“75 йыл үткәс тә 112-се Башҡорт атлы дивизияһының мең ярым яугире ҡайҙа ятҡанының билдәһеҙ булыуы күңелһеҙ”.

Владимир Щербанов, Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәтенең Ростов бүлексәһе етәксеһе

Эҙәрмән отрядттары Обливская станицаһынан 10 саҡырымда урынлашҡан Фроловка утары эргәһендә лагерь ҡорҙо. Был тирләрге уйһыу урындарҙа һуғыш эҙҙәре һаман аяҡ аҫтында. Әлеге көндәргә тиклем һаҡланған блиндаж, окоп траншеялары. Аяҡ аҫтында ғына мина, снаряд ярсыҡтарының күп булыуы атлыларҙың утлы өйөрмә аша үтеүе тураһында һөйләй.

Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев әйтеүенсә, 112-се башҡорт атлы дивизияһы эҙҙәре буйлап 2013 йылда уҡ ҡаҙыныу эштәре башланған булған. Әммә экспедицияларға Украиналағы низағ ҡамасаулай.

“Бөгөнгө көндә Луганск һәм Донецк өлкәләрендә формалашҡан ситуация, беҙгә эҙләү эштәрен дуам итергә мөмкинлек бирмәй. Шуның өсөн эшебеҙҙе Башҡорт дивизияһының беренсе яу көндәренән башларға булдыҡ”.

Илдар Бикбаев, Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан эҙәрмәндәр отрядының төбәк советы йәмәғәт фонды рәйесе

Башҡорт атлы дивизияһының яу юлы буйлап автосәйәхәт, Ростов өлкәһендә йәшәүсе билдәле яҙыусы, Бөтә донъя башҡортттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, отставкалағы подполковник Мәхмүт Сәлимов башланғысы менән ойошторолдо. Волгоградттан, Аҡ калитва ҡалаһына тиклем юл үтелде. Обливская, Тацинский станицалары, Морозов ҡалаларында урындағы халыҡ менән осрашыуҙар, митингтар үтте. Башҡорт атлыларының батырлығы иҫкә алынды. Улар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәргә, туғандар ҡәберлектәренә сәскәләр һалынды.

“Һәр яугирҙе, уның исемен, уның күмелеү ерен табып, уларҙы бер урынға йыйып, исемдәре яҙылған обелиск йә һәйкәл ҡуйыу маҡсаты бар”.

Мәхмүт Сәлимов, Башҡортостан һәм Рәсәй яҙыусылар берлеге ағзаһы, отставкалағы подполковник

Дон казактары башҡорт атлыларының тиңһеҙ батырлығы алдында баш эйә. Музейҙарҙа Ростов өлкәһе ауыл ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнашыусы дивизия телгә алына. Мемориаль комплекстар,туғандар ҡәберлектәрендә тыуған Башҡортостанынан алыҫта башын һалған яугирҙәрҙең исем яҙылған. Әммә һуғыштың билдәһеҙ мәлдәре лә байтаҡ әле. Шуға ла эҙәрмәндәр экспедицияһына өмөт ҙур. Күҙҙәргә йәш тулған, йөрәк яраларын һыҙлатҡан байрамға хәбәрһеҙ юғалғандарҙың исемен асыҡлау иң ҙур бүләк булыр ине ти улар.

Заманалар , дәүләт ҡоролоштары үҙгәрә әммә яу ялананда башын һалған һалдат батырлығы мәңгелек. Шуға ла 112-се башҡорт атлы дивизияһы эҙҙәре буйлап эҙәрмәндәр экспедицияларҙы киләһе йылдарҙа ла ойошторорға ниәтләй. Беҙ әле ҙур эштең башында ғына ти улар. Һуңғы һалдат ерләнмәйсә тороп, һуғыш тамамланмай тигән хаҡиҡәт эҙәрмәндәргә тынғылыҡ бирмәй.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.