Ошо һүҙҙәргә һәм төҫлө шаҡмаҡтарға сит ил туристары ҡыҙығырға тейеш. Башҡортостандың үҙ бренды барлыҡҡа килде. Уның өҫтөндә махсус белгестәр, эксперттар бер йылға яҡын эшләне, баш ватты, халыҡтың фекерен өйрәнде. Һәм ниһәйәт, ошо вариантты иң отошло бренд тип таптылар. Ә бит ул башҡорт халҡында күптән бар ине. Әле өләсәйҙәребеҙ был орнаментты ҡорамала ҡулланған. Әгәр патент алып ҡалдырған булһалар улар ҙа бәлки миллиондарса аҡса алырҙар ине. Яңы бренд тураһындағы тулы репортажды беҙҙең сайтта уҡығыҙ.
Дөрөҫ әйтәләр, бар яңылыҡ та яҡшы онотолоған иҫкеләр тип. Гаджет, заманса технологиялар, виртуаль тормоштан ялҡҡан йәмғиәт үҙ асылын, үткәндәрҙе һағына һәм был тойғолар сағылыш таба ла инде. Миңә ҡалһа, ябай төҫлө шаҡмаҡтар. Хәйер, улар ҙа бәлки ҡасандыр Малевичтың ҡара квадраты кеүек билдәле булып китер, берегер. Туристар ҙа уға ҡыҙығып килеп шул уҡ ,,Ҡ,, хәрефенә башланған әйберҙәргә ғашиҡ булып ҡайтып китер. Ҡурай, ҡымыҙ, ҡорот, ҡаймаҡ, ҡаҙы һәм башҡа брендтар күп бит беҙҙә.
Ул арала туристарҙы йөрөтөрлөк маршруттар ҙа әҙерләнә. Башҡортостанда тәүге геопарк барылҡҡа килде. Тәбиғәтте һаҡлауға йүнәлтелгән сара туризды үҫтереүгә лә ҙур өлөш индерәсәк. Фәниә Юланова Салауат иленә сәйәхәт ҡылды.
Ауыл халҡы ҡунаҡ көтә. Ләкин туристарҙың көндөң ҡайһы яртыһында килеп етеүҙәре билдәһеҙ. Шуға ла ауыл халҡы эшкә йөрөгән кеүек байтаҡ ваҡытын ҡунаҡ көтөп уҙғара. Бында улар туристарҙы ҡаршы алып, урында йәшәгән халыҡтың көнкүрешен, ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдыра. Рәүилә Нафиҡова балаҫ һуғыу станогын сығарған. Әлегә тиклем ҡул эше менән буш ваҡытында шөғөлләнһә, хәҙер көн дә. Сөнки боронғо кәсеп оло йәштәге ханым өсөн хәҙер аҡса эшләү сараһына әйләнәсәк.
Мәсетле уңғандары туристарға ниндәй генә ҡул эштәре тәҡдим итмәй. Оҫталыҡтарын камиллаштырыу өсөн Өфөгә махсус уҡыуға йөрөгән.
Милли аш-һыуҙан ауыҙ иттергәс, ҡунаҡтарҙы Мәсетле киҫелеше тип йөрөтөлгән тәбиғәт ҡомартҡыһына алып баралар. Экскурсоводтар ҙа ауыл халҡы араһынан.
Белгестәр әйтеүенсә, тау ҡатламы киҫелешендә Ер шарының үҫеш эраларын дәлилләгән эҙҙәр бар. Ғалимдар йылдар буйы өйрәнеп, ҡыҙыҡлы өлгөләр табыуға өлгәшә. Дингеҙ ҡусҡарҙары, ләм, үҙенсәлекле таштар. Проект авторҙары әйтеүенсә, геологик объект туристарҙы йәлеп итеүгә үҙ өлөшөн индерәсәк.
Ғөмүмән, Салауат районында дүрт туристик маршрут булдырылған. "Лаҡлы", "Ҡорғаҙаҡ", "Йүрүҙән" һәм "Салауат юлы". Һуңғыһында туристарҙы шәхси эшҡыуар Илфат Исмәғилев та ҡаршылай. Ике йыл йыл элек замандашыбыҙ райондың Иҙрис ауылы эргәһенә үҙ ҡулдары менән тирмәләр ҡороп, йәйле-ҡышлы йәшәү шарттары булдырған. Эшҡыуар әйтеүенсә, был уңайлыҡтар менән ҡулланыусы туристар арта ғына.
Геопарк ойошторолоуы туристар менән ауыл халҡы араһында бәйләнеш булдыра, йәғни ҡырағай туризмға сик ҡуя. Иң мөһиме, ике яҡта ла тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүгә булышлыҡ итәсәк.
Әлеге ваҡытта Салауат районында геопарк төрлө йүнәлештә эшләй, туристарҙы ҡабул итә. Әммә эш бының менән генә тамамланмай. Тәбиғәт ҡомартҡыларын туплаған маршруттарҙы Юнескоға индерәһе бар.
Тәбиғәтте ҡурсалау өсөн геопарктар булдырыу көнүҙәк. Бигерәк тә сит ил ҡунаҡтарының артыуы көтөлгәндә. Быға республиканың үҙ туристик бренды барлыҡҡа килеүе лә сәбәпсе буласаҡ. "Урал йәне, Евразия йөрәге". Ошо исем аҫтындағы яңы бренд Башҡортостанды тотош донъяға танытыу маҡсатын ҡуя. Слоган һәм образ аша төбәктең гүзәллеге, ҡунаҡсыллығы, асыҡлығы сағылырға тейеш. Конкуренция заманында туристар, инвестиция өсөн көрәш алып бара, кем сосораҡ шул ота.
Туристик брендты Парадокс бокс компанияһы эшләгән. Проектты әҙерләү барышында республика халҡының да, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә, сит илдәрҙә йәшәүселәрҙең дә фекере иҫәпкә алынған, һорау алыуҙар үткәрелгән. Хатта,эксперт советы төҙөлгән. Авторҙар әйтеүенсә, Башҡортостан урынына Башкирия тип әйтеү бәхәс тыуҙырған.
Был тәүге туристик бренд, операторҙар фекеренсә, уны тиҙерәк ҡулланылышҡа индереү талап ителә. Ул бигерәк тә ошо тармаҡта эшләүселәр өсөн күптән кәрәк. Яңы бренд беҙ өйрәнгән символдарҙан, күҙгә яҡын төҫтәрҙән ситләшкән.
Белгестәр фекеренсә, был заман талабы. Шу уҡ ваҡытта Башҡортостанды донъяуи киңлектә танытыу алымы ла. Бренд туристарҙы ылыҡтырыу, инвестицияларҙы йәлеп итеүгә булышлыҡ итер, тигән ышаныс бар.




