Дауыл эҙемтәһе

Кисә республика биләмәһенән үткән циклон һөҙөмтәһендә 17 бина зыян күргән. 2 мең квадрат метрға яҡын майҙанда ҡыйыҡ япмалары эшлектән сыҡҡан.

Фото №1 - Дауыл эҙемтәһе

Шулай итеп Йәрмәкәй районында 11, Бишбүләктә 3, Бүздәктә, Кушнаренко һәм Учалы райондарында берәр осраҡ теркәлгән. Көслө елдән зыян күргән объекттарҙы ремонтлау Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы баш идаралығы күҙәтеүендә башҡарыла.

Әлеге сәғәткә биш бинаның ҡыйығы тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итәләр ведомствонан.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ