Майҙың тәүге көнө ниҙәр әҙерләй

Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, алдағы көндәрҙә лә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо һаҡлана. 1 майҙа көн аяҙлы-болотло буласаҡ. Урыны менән ямғыр яуыуы, айырым райондарҙа яуым-төшөмдөң көсәйеүе, күк күкрәүе көтөлә.

Һауа температураһы төндә 1-6, көндөҙгө сәғәттәрҙә 10-15 градус йылы күрһәтә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә, ваҡыты менән көсәйеүсән.