Ләмәҙ йылғаһында катамаранда түңкәрелеп, юғалған ирҙе эҙләү саралары дауам итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йәкшәмбе Өфөнән өс турист йылға буйлап аҡҡанда бәләгә тарый. Уларҙың икәүһе шул уҡ көндө ҡотҡарыла. Юғалған иргә 54 йәш булыуы билдәле.
Түмәргә тотоноп ағып килгән иргә тәүгеләрҙән булып Рүзил Әсмәндиәров ярҙамға йүгерә. Әммә ул йылғаға һикермәй, аңлай - Ләмәҙҙең тәрәнлеге өс метр тирәһе. Был дөрөҫ ҡарар түгел. Шуға ла ул иргә дөрөҫ кәңәштәрен еткереп бәләнән аралай.
38 йәшлек ир ҡоро ергә сыҡҡас та Ғәҙҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығына күңелһеҙ осраҡ хаҡында хәбәр итә. Бынан бер нисә саҡрым алыҫлыҡта катамарандары түңкәрелгән. Тағы ла ике дуҫына ярҙам кәрәк. Хәйер, уларҙың береһе шул уҡ көндө туристар тарафынан ҡотҡарыла. Билдәле булыуынса, зыян күреүселәрҙең катамарандары ағасҡа бәрелеп емерелә. Шулай уҡ ҡотҡарыу жилеттарын кеймәйенсә ағым ыңғайына төшкәндәр.
Әлеге мәлдә урында икенсе көн ҡотҡарыусылар эшләй. Улар кәмәлә йылға буйлап, барлығы ун саҡрым арауыҡ араны тикшергән.
Яҙғы ташҡын мәлендә йылға ағымының тиҙлеге сәғәтенә ун биш саҡрымғаса етә. Көслө ағым, йылғаның икегә бүленеп, бәләкәй утрауҙар барлыҡҡа килтереүе катамарандарҙың түңкәрелеүенә килтерә лә инде. Билдәле булыуынса, йәкшәмбе Татарстандан килгән бер төркөм туристар ҙа бәләгә тарыған.
Яр Саллынан килгән ир-егеттәр дүртенсе йыл экстремаль шарттарҙа йөҙөп тәбиғәт ҡосағында ял итә. Үҙҙәре билдәләүенсә, хәүефле осраҡтар йыш булғылай. Йылғала көтөлмәгән хәлдәрҙән тәү сиратта ҡотҡарыу жилеты ярҙам итә. Шулай уҡ уяулыҡ һаҡлау зарур.
Өфөнән килеп бәләгә тарыған туристар үҙҙәренең маршруты хаҡында ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына хәбәр итмәгән була, шулай уҡ ҡотҡарыу жилеттарын кеймәүҙәре бәләгә килтерә. Әлегә иҫән ҡалған туристарҙың береһе юғалған дуҫын эҙләүҙә һәр яҡлап ҡотҡарыусыларға ярҙам итә. Кисә емерек катамаранды һыуҙан сығарыуҙары ла билдәле. Әйткәндәй, Ләмәҙ йылғаһында экстремаль шарттарҙа ял итеүселәрҙең күплегенә хайран ҡалырлыҡ. Бер сәғәт эсендә генә дүрт катамаран йөҙөп төштө.




