Кисә Белорет районында ла һыуҙа бәхетһеҙ осраҡ теркәлде

Кесе Инйәр йылғаһында ике һал бәрелешеп 33 йәшлек ҡатын һыуға батып һәләк була. Ғәҙәттән тыш хәл буйынса тәфтиш-тикшереү эштәрен республика прокуратураһы контролгә алған.

Фото №1 - Кисә Белорет районында ла һыуҙа бәхетһеҙ осраҡ теркәлде

Ведомство бәхетһеҙ осраҡтарға бәйле, йылғаларҙа һалда йөҙөүҙе ойоштороусы туристик фирмаларҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлешенә ҡарата тикшереү ойоштормаҡсы.

“Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының мәғлүмәте буйынса, кисә республика биләмәләрендә ике бәхетһеҙ осраҡ теркәлде. Айгир янында, Кесе Инйәр йылғаһында ике һал бәрелеше һөҙөмтәһендә 33 йәшлек ҡатын вафат булған. Шул уҡ көндә Ләмәҙ йылғаһында туристар катамаранының ауыуы билдәле. Туристик йөҙөүҙәр ойоштороусыларҙың хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәүе тикшерелә”.

Гүзәл Мәсәғүтова, Башҡортостан Прокурорының өлкән ярҙамсыһы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ