Башҡортостанда браконьерҙарҙы, законһыҙ ағас ҡырҡыусыларҙы һауанан дирижабль күҙәтәсәк. Осоусы аппарат күктә оҙаҡ ҡала алыуы менән өҫтөнлөклө. Ысынында, әлегә уны осороп ҡарамағандар. Үҙенсәлекле аппараттың һауаға күтәрелеүен май айында "Корифейҙар" фестивалендә күрергә мөмкин буласаҡ.
Уның менән смартфондан да идара итеп була. Ябай ғына пропеллерҙар, полиуретан материалдан йәбештерелгән дирижабль формаһындағы осоусы аппарат. Инженер һәм дизайнерҙар уны осоуға әҙерләү өсөн биш йыл тырышҡан. Һөҙөмтәлә ошондай һауа карабы килеп сыҡҡан.
Дирижаблдең эсенә гелий газы тултырыласаҡ. Инженерҙар уны тәбиғәтте һаҡлау маҡсатында файҙаланырға уйлай. Йәғни, браконьерҙарҙы, законһыҙ рәүештә ағас ҡырҡыусыларҙы һауанан күҙәтәсәк. Был йәһәттә уның квадракоптерҙарҙан өҫтөнлөгө бар, ти уйлап табыусылар.Аппарат ҡояш батареялары менән эшләүгә ҡоролған.
Дирижабль һауала бер мең метрға тиклем күтәрелә ала. Алыҫҡа алып барыу өсөн еңел автомобиль багажнигына һыя. Аппарат ни бары 30 килограмм тарта.
Проект авторҙары аппаратты тиҙҙән һауала һынап ҡарарға ниәтләй. Дирижаблдең осоуын Өфөлә май айында уҙасаҡ "Корифейҙар" фестивалендә күрергә мөмкин буласаҡ.




