Бөгөн Өфөнөң Салауат Юлаев майҙанында һәм Александр Матросов исемендәге паркта фонтандар асылды. Ҡышҡы миҙгелдә туҡтап торған һыу ҡоролмалары, йәйғор төҫөн балҡытып, йәнә күккә атылды. Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы алдынан был тамашаны күрергә ҡала халҡы күпләп килде.
Ҡайнар алҡыштар, шатлыҡлы ауаздар аҫтында Салауат Юлаев майҙанында фонтан асылды. Был иҫтәлекле мәлде күрергә тамашасылар алыҫ райондарҙан да килгән. Күптәре өсөн был урын йәшлек хәтирәһе.
Фонтандар кешеләрҙең һаулығына ыңғай йоғонто яһай, күңелде күтәрә, ти белгестәр. Ижади коллективтар, мәктәп уҡыусылары сығышы ҡала халҡына Яҙ һәм хеҙмәт байрамы кәйефе өҫтәне.
Сара айырыуса балалар өсөн шатлыҡлы ваҡиғаға әүерелде. Кескәйҙәргә майҙанда уйындар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Ҡыҙҙар-малайҙар башлыса акварель буяуҙар менән биттәренә һүрәт төшөрттө.
Бөгөн Өфөлә ике тиҫтәгә яҡын һыу ҡоролмаһы иҫәпләнә. Көҙгөлөккә төрлө төҫтә янған фонтандар иҫәбе тағы ла берәүгә артып, ҡала халҡын һоҡландырыр, тип көтөлә.
Яҙ һәм хеҙмәт байрамында Өфөнөң Театр скверында урынлашҡан "Ете ҡыҙ" фонтаны асыласаҡ. Унда ла ҡала халҡы өсөн ҡыҙыҡлы тамаша ойоштороу ҡаралған.




