Бөйөк Еңеүгә арнап

Өфөлә "Тере Еңеү. Һуғыш тарихы йөҙҙәрҙә" тип аталған проект дауам итә. Ойоштороусылар өсөнсө көн рәттән һуғышта ҡатнашҡан яугирҙарҙы, шул йылдарҙа йәшәгән кешеләрҙе кәүҙәләндереү өҫтөндә эшләй.

Фото №1 - Бөйөк Еңеүгә арнап

Алдан хәбәр ителеүенсә, проектҡа ҡушылыу өсөн ғаилә альбомынан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарынан һаҡланған һәм яугирҙың вариҫтарының хәҙерге фотоларын һайлап алырға кәрәк ине. Бөтә Рәсәй акцияһы былтыр Екатеринбургта ғына уҙғарылһа, быйыл Рәсәйҙең туғыҙ төбәгендә үтә. Проект авторҙары әйтеүенсә, акцияла Өфө иң әүҙем ҡатнашыусы ҡалалар иҫәбендә. Башлыса Бөйөк Ватан һуғышы йылдарын сығылдырған фотоһүрәттәр беркетелгән ғаризалар ҡабул ителә. Ысынбарлыҡҡа тап килтереү өсөн ойоштороусылар республика музейҙарына мөрәжәғәт итә. Унда һәр һалдаттың костюмы буйынса белгестәр менән ентекле эш алып барыла. Стилистар геройҙарҙы 40-сы йылдарға тура килтереп биҙәндерә. Проектта уҙған быуаттың гармошка фотоаппараты ярҙамында фотоларҙың теүәл күсермәһе төшөрөлә.

Минең туғандарым, һин олатайыңа оҡшағанһың, тиҙәр. Ҡиәфәтем генә түгел, холҡом да уныҡы. Әлбиттә, был минең өсөн ғорурлыҡ. Бөйөк Ватан һуғышын үткән кеше минең тормошомда ҙур роль уйнай. Үҙенең өлгөһөндә сабыр, түҙемле булырға өйрәтте.

Эдуард Әхсәнов, проектта ҡатнашыусы

Фото тергеҙеү өсөн проект авторҙарына ике-өс сәғәт талап ителә. Уларҙың эштәре һуңынан фотоальбомға туплана, һөҙөмтәләрҙе "Рәсәй - минең тарихым" паркында күрергә мөмкин буласаҡ.

Автор: Фәниә Юланова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ