Бай тарихлы Баймаҡтар

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында "Тарих биттәре " тип аталған фестиваль-марафон үтте. Сара Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың100 йыллығына арналды.

Фото №1 - Бай тарихлы Баймаҡтар

Баймаҡ районына эстафетаны Ағиҙел ҡалаһы тапшырғайны. Бөгөн Өфөгә райондан 250 кеше килгән. Ауыл хужалығы, сәнәғәт, медицина, мәғариф өлкәһендә эшләүселәр һәм әлбиттә, сәнғәт әһелдәре. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы фойеһында үҙенсәлекле күргәҙмә эшләй. Өфө халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары районда етештерелгән аҙыҡ-түлек, сәнәғәт тауарҙары, һынлы сәнғәт өлгөләре менән таныша алды.

Райондың иҡтисади үҫешен сағылдырған күргәҙмәлә Баймаҡ ҡойоу-механика заводы айырым урын алып тора. Завод тау-руда сәнәғәте өсөн ҡорамалдар етештерә. Асыҡ ысул менән эшләүсе "Семенов" руднигына арналған стендта алтын, баҡыр, цинк концентраттары, алтыны күп булған рудалар менән танышырға мөмкин.

“Тамаша залына күҙ һалғанда, республикабыҙың үҫешенә тос өлөш индергән күп кешене күрәм. Баймаҡ районы һәм Темәс ауылы Башҡортостандың автономия алыуында ҙур роль уйнаған”.

Илшат Ситдиҡов, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы

Баймаҡ ҡалаһы һәм районында балаларға өҫтәмә белем биреү берекмәләре лә уңышлы эшләй. Унда һигеҙ меңдән ашыу бала ағас эшенә өйрәнә. Наип Байегетовтың уҡыусылары абруйлы конкурстарҙа призлы урындар яулаған. Милли нығыштар мөйөшө иһә күҙ яуын алырҙан ҡашмауҙар, һаҡалдар, түбәтәйҙәр, ҡурсаҡтар төрлөлөгө менән хайран итә. Баймаҡ ҡалаһы халыҡ ижады үҙәге методисы Рәзинә Ҡотлогилдина ҡул эштәрен йәштәргә лә өйрәтә. Яратҡан шөғөлә уға килем килтерә, рухи үҫеш тә бирә.

“Баштан уҡ эшебеҙҙе башҡорт милли кейемдәрен һәм ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүестәренән яһауҙан ғибәрәт буласағын билдәләнек. Был беҙҙең төп маҡсатыбыҙ. Ике йыл буйына ошо йүнәлештә үҫешәбеҙ”.

Рәзинә Ҡотлогилдина, халыҡ ижады үҙәге методисы

Уңған, бөтмөр хужабикәләр һыйынан өҫтәлдәр һығылып тора. Баймаҡ ҡатын-ҡыҙҙары һыйыр һөтөнөң тамсыһын да әрәм итмәй утыҙлап төр ҡорот йомарлай, буҙа ҡоя.

“Беҙ утыҙҙан ашыу ҡорот төрөн әҙерләй алабыҙ”.

Гүзәл Монасипова, Ярат ауылы ағинәйҙәр ҡоро рәйесе
Башбат

"Тарих һөйләй һәр бер ташы" тигән театрлаштырылған тамаша Буранбай сәсән исемендәге ҡурайсылар ансамбле, " Ирәндек" халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыштары менән байытылды. Башҡорт Хөкүмәтенең тарихи мәлдәренән өҙөктәр, хәрби һәм патриотик темаға арналған йырҙар тағы бер тапҡыр Баймаҡтарҙың моңло, рухлы, берҙәм икәнлеген раҫланы.

Баймаҡтар мәҙәни эстафетаны Баҡалыларға тапшырҙы. Өфөлә йәшәүселәр һәм баш ҡала ҡунаҡтары Ирәндек итәген төйәк итеүселәрҙең ижтимаға-сәйәси тормошо, йәшәйеше һәм мәҙәни мираҫы менән яҡындан танышты. Фестивалгә тамашасы ҡылыусы халыҡ саранан күтәренке кәйеф, ыңғай тәьҫораттар алды.

Автор: Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ