“Өфө” футбол клубы еңеү яуланы

Премьер-лига командалары араһында футбол буйынса Рәсәй чемпионатының быйылғы миҙгеле аҙағына яҡынлаша. Бөгөн "Өфө" клубы үҙ стадионында Хабаровксиҙың "СКА" командаһын ҡабул итте.

Уйын Сергей Семак тәрбиәләнеүселәренең өҫтөнлөгө менән башланды. Һөҙөмтә лә оҙаҡ көттөрмәне, өсөнсө минутта уҡ Дмитрий Сысуев иҫәпте асыуға өлгәште. Әммә был голдан һуң башҡа бер кем дә уңышҡа өлгәша алманы. Шулай итеп "Өфө" футболсылары 1-0 иҫәбе менән еңеү яуланы.

Турнир таблицаһына килгәндә, был уңыштан һуң яҡташтарыбыҙ 39 мәрәй менән алтынсы баҫҡысҡа күтәрелде. Чемпионаттағы ҡалған ике уйынды Башҡортостан командаһы 7-се һәм 13 майҙа үткәрә.

Иң тәүҙә улар Ҡазанда урындағы "Рубин", һуңынан үҙ яланында Ленинград өлкәһенең "Тосно" клубтары менән осраша.