Ярышта Көйөргәҙе, Ейәнсура, Күгәрсен райондары һәм Мәләүез ҡалаһынан килеүсе командалар үҙ-ара көс һынашты. Әйтергә кәрәк Көйөргәҙе районы өсөн ике команда сығыш яһаны, Ермолаевка һәм Яҡшымбәт ауылдарынан килеүсе малайҙар был турнирҙа беренсегә генә уйнамай.
Флорбол - йәйге хоккейҙы хәтерләтә, тренерҙар билдәләүенсә был уйын төрө ҡышҡы хоккей миҙгеленә яҡшы күнекмә булып тора. Уйындар барышын көйәрмәндәр ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте.
Ярыш Һөҙөмтәләренә ярашлы, Күгәрсен районының “Урал” йыйылма командаһы беренсе, Ейәнсураның “Сая” клубы икенсе һәм Мәләүез ҡалаһының “Сапсан” командаһы өсөнсө урын яуланы.




