Бөгөн Рәсәйҙә Яҙ һәм хеҙмәт көнө билдәләнә.
Ҡәҙерле дуҫтар! Беҙ бөгөн уҡытыусыларҙы, табиптарҙы, төҙөүселәрҙе, ер кешеләрен һәм хеҙмәте менән республиканы алға этәргән һәр кешене тәбрикләйбеҙ. Был тәңгәлдә фронт һыҙығында Ватаныбыҙҙы һаҡлаған, ә һуғыштан һуң фиҙаҡәр хеҙмәт менән илебеҙҙе яңынан тергеҙгән ветерандарыбыҙҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Бөгөн хеҙмәт юлын яңы башлап торған йәштәр тап уларҙан үрнәк алырға тейеш. Яҙҙың матур көндәре барыбыҙға ла шатлыҡ, яуланасаҡ яңы үрҙәргә дәрт, дарман бирһен. Барығыҙға ла һаулыҡ һәм уңыштар теләйем!
Рөстәм Хәмитов




