Байрам митингы

Лайыҡлы хеҙмәт, ғәҙел социаль сәйәсәт. Халыҡ-ара хеҙмәтсәндәрҙең теләктәшлек көнө, Яҙ һәм хеҙмәт байрамында профсоюздар Өфөлә лә митинг ойошторҙо. Спорт һарайы алдындағы майҙанға йөҙәрләп кеше сыҡты. Баш ҡаланың төрлө хеҙмәт коллективтары вәкилдәре власть һәм эш биреүселәргә үҙ талаптарын ҡуйҙы. Хеҙмәтсәндәрҙе Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та тәбрикләне.

Фото №1 - Байрам митингы

Байрам булыуға ҡарамаҫтан, Спорт һарайы алдындағы майҙанға халыҡ ағыла. Был һис кенә лә осраҡлы түгел. Хеҙмәт һәм яҙ байрамы уңайынан Профсоюздар ойошторған митинг күптәрҙе борсоған мәсьәләләрҙе күтәрә.

1 май хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнө. Был байрам эш кешеһенә, намыҫлы хеҙмәткә ихтирам һәм хөрмәт күрһәтеү ҙә. Әммә заманыбыҙҙа хеҙмәтсәндәрҙең хоҡуҡ мәнфәғәттәрен ҡыйыртыһытыу осраҡтары ла йыш күҙәтелә ти профсюз ағзалары. Эш хаҡын түләүҙе тотҡарлау, хеҙмәтсәндәрҙе ҡыҫҡартыу, социаль гарантияларҙан баш тартыу был күренештәрҙең бер нисәүһе генә.

“Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең илдә, эшләгән кеше ярлы була. Шуға беҙҙең төп маҡсатыбыҙ – һәр хеҙмәткәрҙең лайыҡлы тормош алып барыуы”.

Марат Хөсәйенов, Башҡортостандың бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы рәйесе

Хеҙмәтсәндәр алдында Башҡортостан башлығы ла телмәр тотто. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, эш кешеһе өсөн әлбиттә, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм ғәҙел социаль сәйәсәт бер ваҡытта ла көнүҙәклеген юғалтмаған талаптар. Республикала был йүнәлештә, эҙмә-эҙлекле саралар күрелә.

“Беҙҙең ҡануниәт төрлө социаль ҡатлам кешеләренә льготалар булдырған. Ярлы ғаиләләргә утыҙҙан ашыу льгота бар. Оло быуынды ҡарауға ла күп аҡса бүленә. Үткән йылда 50% пенсионерҙар лбготалар ала башланы. Был маҡсатҡа 4,5 миллиард һум йүнәлтелде”.

Константин Толкачев, Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай Рәйесе

Рөстәм Хәмитов трибунан төшкәс, халыҡ менән дә яҡындан аралашты. Байрам митингына килеүселәр Башҡортостан Башлығы менән фотоға төшөп ҡалырға ашыҡты. Эш биреүсе һәм власть вәкилдәренә талаптар еткерелгәндән һуң майҙанда байрам йырҙары яңғыраны.

Башбат

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ