Был турала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов хәбәр итте. Ил Президенты указы нигеҙендә, 1 майҙан минималь эш хаҡы 11 163 һумға тиклем арта.
Шул рәүешле, ул йәшәү минимумы менән тигеҙләшә. Быға тиклем минималь иң түбән хеҙмәт хаҡы күләме 9 489 һум йәки йәшәү минимумының 85 процентын тәшкил итә ине. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, был иҡтисадтың бюджет тармағында эшләүсе - 1,6 миллион һәм реаль секторҙағы 1,4 миллион хеҙмәткәргә ҡағыла.
Минималь эш хаҡы күләмен йәшәү минимумына тиклем күтәреү өсөн федераль һәм төбәк бюджеттарынан 40 миллион һумға яҡын өҫтәмә аҡса кәрәк.




