Яҙҙың һуңғы айының да ғәҙәттәгенән һалҡын килеүенә ҡарамаҫтан, халыҡ май байрамдарын күләмле байрам саралары менән ҡаршы алды.
Беговелдарҙа уҙышыу Дим биҫтәһенең рәсми спорт төрөнә әйләнә бара. Балалар араһында ойошторолған ярыштар хәҙер бер нисә йыл рәттән уҙғарыла. Унда ҡатаншырға хатта, күрше төбәктәрҙән дә киләләр. Педалһеҙ велосипедтарҙа ярышыу үҙе бер тамаша, ти биҫтәлә йәшәүселәр ҙә. Байрамға сәләмәт йәшәү рәүешен һайлаған тиҫтәләгән ғаиләләр йыйылды.
Демонстрация, митингтар ойоштороу тарих биттәрендә ҡала бара. Уларға алмашҡа башҡа төр байрам саралары килә. Иң мөһиме Яҙ һәм хеҙмәт байрамын ҡаршылау бөгөнгәсә һаҡлана. Шулай ҙа байрам тарихын сағылдырыусы саралар ҙа юҡ түгел. Өфө урамдарында Советтар союзы әйберҙәрен коллекциялаусылар күргәҙмәһе менән дә танышырға мөмкин ине.




