Ғәҙәттән тыш хәл тураһында хәбәр бөгөн Белорет ҡотҡарыусыларына көндөҙгө сәғәт 4-се 20 минутта килә. Шылтыратыусы әйтеүенсә, Әбйәлил районы Ҡарабалыҡлы күлендә өс балыҡсы бәләгә тарый. Уларҙың үҙаллы бер нисек тә ярға сыға алмауын еткерә.
Ваҡиға урынына шунда уҡ ҡотҡарыусылар, табиптар һәм полиция хеҙмәткәрҙәре йүнәлә. 28-се отрядтың Күсем филиалы хеҙмәткәрҙәре көсө менән балыҡсылар резиналы кәмәләр ярҙамында ҡотҡарыла. Уларҙың хәле ҡәнәғәтләнерлек, тип баһаланған.




