Дауылдан зыян күргән ҡыйыҡтарҙың дөйөм майҙаны 2 мең квадрат метр самаһы. Республика буйынса көслө елдән балалар баҡсалары, мәктәптәр, торлаҡ йорттарға зыян килгән. Тәбиғәт ғәрәсәте һөҙөмтәһендә иң күп емереклектәр Йәрмәкәй районында. Төбәктә 11 осраҡ теркәлгән. Учалы районында иһә балалар йорто түбәһенең ҡалайҙары аҡтарылған. Ғәрәсәт ҡупҡанда бинала 31 бала була. Һөйөнөскә күрә, улар зыян күрмәгән.
Төш мәлендә, күҙ асып йомған арала дауыллы ел балалар йорто түбәһенә ябылған ҡалайҙарҙы ҡағыҙ киҫәге кеүек ботарлап ырғытҡан. Секундына 26 метр тиҙлектә иҫкән көслө ел 36 квадрат метр профнастилды аҡтарған. Был хаҡта хәбәр алыныу менән ҡотҡарыу хеҙмәте килеп еткән. Улар эшлектән сыҡҡан япмаларҙы аҡтарып алып, түбәне эс яҡтан брезент менән ябып ҡуйған.
Ремонт эштәре барғанда бина алдында балалар йорто тәрбиәләнеүселәре йөрөмәй. Балаларға саф һауаға уйнарға кис, эштәр теүәлләнгәс генә сығырға рөхсәт бирелгән. Ҡойма ямғыр яуыу ихтималлығын иҫәпкә алып, ремонтсылар түбәне ҡаплау эштәрен тиҙерәк башҡарып сығырға ниәтләй.
Учалы ауылында көслө ел балалар йорто түбәһенең 36 квадрат метрын аҡтарған. Бина түбәһенә ремонт 2011 йылда эшләнгән. Әлеге ваҡытта профнастил ҡалайҙар алынған, асыҡ өлөш брезент менән ябылған, көслө ел иҫеүенә ҡарамай, аҡтарылған өлөштәрҙе беркетеү эштәре башҡарыласаҡ.
Ә был кадрҙар Йәрмәкәйҙән алынды. Үткән тәүлектә район үҙәгендә алты йорт түбәһе тулыһынса, биш йорт түбәһе өлөшләтә емерелгән. Төбәктә көслө елдән емерелгән майҙан күләме ике мең квадрат метр тәшкил итә. Шулай уҡ дауыл Өфө йорттарына ла зыян килтергән. Октябрь проспектында бер-нисә шифер япмаһы балалар майҙансығына килеп төшкән. Зыян күреүселәр юҡ.
Тәбиғәт ғәрәсәтенән емерелгән түбәләрҙе ремонтлау ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы контролендә. Әлеге ваҡытта төбәктә емерелгән 17 түбәнең бишеһе ремонтланған. Синоптиктар фаразлауынса, көслө ел һәм йәшенле ямғырҙар алдағы көндәрҙә лә көтөлә, шуға күрә лә граждандар уяулығын юғалтмаһын.




