Өфөнән Күсемовтар ғаиләһендә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарының иҫтәлеге булып йөҙгә яҡын тарихи экспонат һаҡлана. Был ҡомартҡылар Германияға тиклем барып еткән яу ҡаһарманы Әсләм Бакир улынан ҡалған. Әсләм Күсемов Бөйөк Еңеүҙән һуң биш йыл буйы Берлинда Митте районының коменданты була, бындай юғары хәрби вазифаға эйә булған кеше Башҡортостанда берәү генә. Ҡыҙғанысҡа, яугир үҙе беҙҙең арала юҡ, әммә хәтирәләре йәшәй.
Әсләм Күсемовтың фотосәнғәт менән ҡыҙыҡһыныуы ла ошо аппараттан башлана, 2 меңгә яҡын фотоһүрәт. Уларҙа тарихи ысынбарлыҡ, Рейхстаг, Бранденбург ҡапҡалары, һуғыш йылы балалары, кешеләрҙең йәшәйеше. Барыһы ла ҡәҙерле, яҡын. Был плащ-палатка окоптарҙа һалҡындарҙан һаҡлаған, бинокль күҙәтеү өсөн, блокнотта хәтирәләр. Ә бына ҡырыныу бәкеһе, уны үткерләү кәрәк-яраҡтары. Һуңынан туғандар ҡәберлегендә ерләнгән һалдаттар тап шунда уйылған исем-шәрифтәр буйынса асыҡлана. Һәр бер әйбер үҙе бер тарих. Тәүҙә Күсемовтар ҡайһы бер экспонаттарҙы музейҙарға тапшыра, әммә һуңынан яҡындарының иҫтәлеге итеп үҙҙәрендә һаҡларға була.
Әсләм Күсемов Бүздәк районының Күҙәй ауылынан, һуғыш ул Алыҫ Көнсығышта пулемет взводы командиры булып хеҙмәт иткәндә башлана. Яҡташыбыҙ тәүге көндәрҙә үк фронтҡа алына һәм Владивостоктан Германияға тиклем барып етә. Әммә яугирға Еңеүҙән һуң тура тыуған яғына ҡайтырға насип булмай. Ул Берлиндың үҙәк Митте районына комендант итеп тәғәйенләнә. Эргәһенә ҡатыны Мария ла килә.
Күсемовтар ғаиләһендә Берлиндан алып ҡайтылған бик күп тарихи документтар, фотоһүрәттәр, шәхси әйберҙәр һаҡлана. Мәҫәлән, ошо күн итекте һәм киндер күлдәкте немец оҫталары Әсләм Бакир улына заказ буйынса теккән. Ә был ҡатын-ҡыҙ кейемдәре Мария Яковлевнаға шулай уҡ заказ буйынса тегелгән.
Шулай итеп Сталинград өлкәһенән ябай хутор ҡыҙы фрау Марияға әйләнә. Немецтар Күсемовтарҙы ябайлығы, итәғәтлеге өсөн хөрмәт итә. Әсләм Бакир улы 1946 йылда һуғыштан һуң хәлһеҙләнгән Берлин балаларына аҙыҡ-түлек килтерергә ярҙам итә. Ябай халыҡ та дошманлыҡ тойғоһо юҡ, һуғышта улар ғәйепле түгел тип яҙа ул һуңынан ул хәтирәләрендә.
Әсләм Күсемовтың күкрәген "Ҡыҙыл йондоҙ" ордены һәм башҡа бик күп наградалар биҙәй. Берлинда хеҙмәт иткәндән һуң ул тәүҙә Карелияға, шунан Башҡортостанға әйлнеп ҡайта. Ҡыҙы Лилиә Күсемова әйтеүенсә, фронтовик ата-әсәһе ҡалдырған иң ҙур награда ул илһөйәрлек тойғоһо. Улар тыуған илде яратырға, тарихты онотмаҫҡа өйрәтә.




