Башҡорт Википедияһын мәғлүмәт менән байытыусылар Германияла ойошторолған Халыҡ-ара конференциянан ҡайтты.
Унда яҡташтарыбыҙ интернет киңлектәрендә энциклопедик белемде таратыу, мәғлүмәт йыйыу һәм туплауға бәйле белемен камиллаштырҙы. Конференцияға иллегә яҡын илдән ике йөҙ делегат саҡырыла, Рәсәйҙән дүрт кеше була. Бәхетле исемлеккә башҡорт вики-йәмғиәтенән Ришат Сәйфетдинов менән Зөфәр Сәлихов эләгә. Эшлекле һөйләшеү сиктәрендә киләһе йылдарға Википедияны үҫтереү бурысы ҡуйыла. Селтәрҙәге энциклопедияны байытыр өсөн, тәү сиратта, был эшкә йәштәрҙе йәлеп итергә кәрәк.
Башҡорт Википедияһы ирекмәндәренә Германия буйлап сәйәхәт тә ойошторола. Делегаттар Бөйөк Ватан һуғышына бәйле иҫтәлекле урындарҙы күреп ҡайта, "Азат итеүсе һалдат" һәйкәле янында була. Шулай уҡ сит илдә йәшәүсе билдәле милләттәштеребеҙ эшҡыуар Ирек Баишев һәм журналист, режиссер Нәсүр Йөрөшбаев менән дә осраша. Һуңғыһы “Төньяҡ амурҙары: Европа тарихында эҙ” тигән фильм проекты өҫтөндә эшләүе тураһында һөйләгән. Уның ниәте - Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙары үткән бөтә маршрутҡа ла иҫтәлекле стела һәм таҡтаташ ҡуйыу.




