Еңеү байрамы - сувенирҙарҙа

Башҡортостандың Милли музейында "Һуғыш. Еңеү. Хәтер" тип исемләнгән күргәҙмә асылды.

Унда Өфө коллекционеры Валерий Мальков тарафынан йыйылған тарихи материалдар, ҡул эштәре ҡуйылған. Экспозицияны 1965 йылдан алып сығарылған юбилей миҙалдары, төрлө скульптуралар, ваза һәм сәй сервистары биҙәй. Бөйөк Ватан һуғышының билдәле даталарына арнап, металл, фарфор һәм быяланан эшләнгән сувенир продукция тиҫтәләп йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, үҙенең матурлығын юғалтмаған. Күргәҙмәләге тарихи экспонаттар менән йөҙҙәрсә кеше танышып өлгөргән дә инде.

“Был күргәҙмә йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү маҡсатында эшләнгән. Еңеү көнө беҙҙең иң бөйөк байрам булып ҡаласаҡ”.

Асия Закирйәнова, Башҡортостан милли музейының бүлек мөдире

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.