Алтын туйға – Венгрияға

Бөгөн Өфөнән Тәслимә менән Мәркәз Әминевтар алтын туйҙарын ҡаршылай. Хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, ғаилә әүҙем йәмәғәт тормошо алып бара. Башҡортостан, сит илдәр буйлап сәйәхәт итергә ярата. Бәхетле пар тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Тәслимә менән Мәркәз Әминевтар тотош Европаны урап сыҡҡан, Көнсығыш илдәр буйлап та сәйәхәт иткәндәр. Быйыл алтын туйҙары уңайынан улар Венгрияға йыйына. Унда бәхетле парҙы йәшлек дуҫтары көтә. Етмешенсе йылдарҙа татыу ғаилә Варшава килешеүенә ингән социалистик илдәрҙә йәшәй, Мәркәз Шәмси улы төрлө предприятиеларҙа инженер булып эшләһә, ҡатыны - ашнаҡсы булараҡ төрлө ҡитғаларҙа йәшәүселәрҙе үҙ оҫталығы менән һөйөндөрә.

1968 йылда өйләндек. Өйләнгәс тә ирем Польшаға эшкә китте, бер йылдан һуң мин уның артынан сығып киттем. Летчиктарҙы ашаттым, тип хәтирәләре менән бүлешә Тәслимә Әминева.

Сит ил министрҙары менән бергә төшкән фотоһүрәттәрҙе ҡәҙерләп һаҡлай Әминевтар ғаиләһе. Лайыҡлы хеҙмәт өсөн күп кенә Маҡтау ҡағыҙҙары менән дә бүләкләнәләр. 1981 йылда тыуған яҡҡа - Башҡортостанға ҡайтҡас та, улар яуаплы вазифаларҙа эшләй. Ғаилә башлығы ҙур предприятиеға инженер, производство етәксеһе итеп тәғәйенләнһә, Тәслимә Заһиҙулла ҡыҙы оҙаҡ йылдар Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың ашханаһы менән етәкселек итә. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, етмеш йәшкәсә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәләр. Татыу ғаилә бер ул үҫтерә. Бөгөн улар бәхетле өләсәй менән олатай. Яҡындары өсөн ҙур терәк.

Тәслимә Заһиҙулла ҡыҙы матурлыҡ ярата, йорто гөл-сәскә менән тулған, "Һөйөп-һөйөлөп илле йыл татыу ғүмер юлы үтеү - үҙе бер бәхет, тормош бүләге,"-ти ханым. Алтын туйҙары менән бәхетле парҙы Өфөнөң Октябрь районы ЗАГС идаралығында ла тәбрикләнеләр. Әминевтар ғаиләһенә яҡындары,туғандары ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Иң тулҡынландырғыс мәлдәр вальс әйләнеү булғандыр. Танышып, ҡауышҡан йылдарҙы оноторлоҡ түгел.

Бер-берегеҙҙе тыңлап, хөрмәт итеп йәшәһәң ғүмер бик тиҙ уҙып китә, ти Мәркәз Әминев.

Тәслимә менән Мәркәз Әминевтар үҙҙәрен бөгөн ун һигеҙ йәштәге кеүек тоя. Йылдар аша мөхәббәттәрен һаҡлап ҡалып, лайыҡлы тормош юлын үтә улар. "Бәхет өсөн күп тә кәрәк түгел, һөйөп-һөйөлөп йәшәү ҙә етә",- ти алтын туйҙарын ҡаршылаған пар.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.