Әбйәлил районында "Сәләмәт быуын - көслө төбәк" республика проекты сиктәрендә чемпиондар балы уҙҙы.
Әлеге ваҡытта урындағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе филиалдарында хоккей, бокс, милли көрәш, лапта һәм башҡа төрлө спорт төрҙәре уңышлы үҫешә. Уларҙа шөғөлләнгән уҡыусылар республика, Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа Әбйәлил намыҫын лайыҡлы яҡлай. Төрлө кимәлдәге ярыш еңеүселәрен район башлығы Рим Сыңғыҙов Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Урал филиалында тренер Рөстәм Мәүлетдиновта шөғөлләнеүсе Марат Мәүлетдинов менән Тимур Агишев кикбоксинг буйынса спорт мастерлығына кандидат исеменә лайыҡ булды. Бер төркөм уҡыусылар ГТО нормативтарын үтәп, алтын, көмөш һәм бронза билдәләр алып ҡыуанды.
Чемпиондар балында сәнғәт өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшәүсе балалар ҙа тәбрикләнде. Атап әйткәндә, район етәксеһе Зарема Шәйхетдинованың уңышын айырым билдәләне. Мәғлүм булыуынса, 15 йәшлек ҡыҙ НТВ каналының "Һин-супер!" проектында сығыш яһап, күп кенә тамашасыларҙың һөйөүен яуланы. Осрашыуҙа шулай уҡ иң күп чемпиондар тәрбиәләүсе мәктәптәргә спорт йыһаздары бүләк ителде. Сәләмәт тормошҡа бүленгән етди иғтибар киләсәктә үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаҫ, ти сараны ойойштороусылар.




