Күпер тирәләй бәхәс

Үткән йылдың авгусында башланған төҙөлөштө Йыл төҙөлөшө тиергә лә мөмкин. Учалы районы Аҙнаш ауылында бер-нисә ғаилә берләшеп, Уй йылғаһы аша күпер күтәрә башлай. Улар был ҙур һәм яуаплы эшкә сараһыҙҙан тотонған. Ауылға ашығыс ярҙам, ҡотҡарыу хеҙмәттәре урау юл аша йөрөй. Эште башлаусыға экологик хеҙмәттәр штраф һалған.

Фото №1 - Күпер тирәләй бәхәс

Уй йылғаһы буйында ҡасандыр Аҙнаш ауылы гөрләп торған. Йылдар үтеү менән эшһеҙлектән йәштәр ситкә киткән. Себер тарафтарында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан бер-нисә ғаилә тыуған ауылдарына ҡайтып төпләнә. Ауыл советы тыуған төйәктәрендә яңы тормош башлаусыларға электр уты үткәрергә, эсәр һыулы булыуҙа ярҙам итә. Тик һуңғыһы- Уй йылғаһы аша күпер һалдырыу мәсьәләһе генә тиҫтә йыл дауамында хәл ителмәй ҡала бирә. Шуға ла күрше-тирә берләшеп хәләл көстәренә күпер төҙөлөшөн башлай.

“Һүтергә тиҙәр... Күпер бит инде капиталь рәүештә бетонға ултыртылған. Күперһеҙ интегәбеҙ, беҙгә күпер кәрәк. Бер Рәфис кенә күпергә ҡаршы, ул үҙе ҡалала йәшәй, адвокат яллап судҡа ғариза яҙған. Имеш яҙғыһын йылға ярҙарынан ташып экологияға зыян килтерә. Белорет прокуратураһы: “Разобраться и наказать”, тигән”.

Венера Ҡунаҡбаева, Аҙнаш ауылында йәшәүсе

“Был урында күпер кәрәк. Бында балалар ҙа йәйге лагерьға йөрөй. Машиналары менән йылғаны үтә алмай, уларҙы бында ҡалдырып, ары йәйәү атлайҙар”.

Әхмәҙи Шәғәҙәтов, Аҙнаш ауылында йәшәүсе

Төҙөлөш башлағанда ауылдаштарҙың бөтәһе лә: " Аҙнашта күпер кәрәк тигән тәҡдимгә ҡушҡуллап риза була һәм ҡултамғалар ҡуя. Тора-бара ут күршеләре ризаһыҙлыҡ белдереп, күпер бөтөнләй кәрәкмәй, тип, төрлө инстанцияларға яҙа. Һөҙөмтәлә, урындағы халыҡ тәҡдиме менән башланған төҙөлөштө туҡтатыу мәсьәләһе судҡа тиклем барып етә.

Учалы районы Аҙнаш ауылы халҡы оҙаҡ йылдар дауамында юлһыҙ һәм күперһеҙ интеккән. Тыуған ауылына ҡайтып төпләнеүсе Ғилметдин Ҡунаҡбаев үҙ ҡулдары менән Уй йылғаһы аша күпер төҙөргә ҡарар итә. Күпер ныҡлы терәүҙәрҙә тора, арҡыры торбалар нығытылған, ҡалын таҡталар килтерелгән. Әммә төҙөлөштө аҙағынса еткерергә тура килмәй. экологияны боҙған тип, Ҡунаҡбаевҡа штраф һалынған.

Ауылда ни бары алты ғына йорт. Күпер төҙөлөшөн аҙағына тиклем еткереү бик мөһим. Төҙөлөшкә хәләл көсөн түккән, бар оҫталығын һалған Ғилметдин Ҡунаҡбаев сигенергә теләмәй. Уҙаман экологтарҙың ерҙе аҡтарып, юлды иҙеүсе урмансыларҙың эшмәкәрлегенә күҙ йомоуҙарына ризаһыҙлыҡ белдерә.

“Ярҙамға төрлө яҡтарҙан туғандарым килде. Күмәкләп күперҙе һала башлағайныҡ. Растворҙы ла үҙебеҙ эшләнек, үҙ аҡсабыҙға цемент алдыҡ. Район хакимиәтендә лә аптырайҙар. Шым ғына эшләп йөрөп ятһағыҙ бер кем дә белмәҫ ине, бер кем дә тикшермәҫ ине тиҙәр. Күпергә арҡыры ятһам, ятам. Әммә күперҙе һүтергә бирмәйем!”

Ғилметдин Ҡунаҡбаев, Аҙнаш ауылында йәшәүсе

Экологтарҙың дәғүәһе буйынса ҡосаҡ -ҡосаҡ ҡағыҙ эшкә ебәрелгән. Улар өсөн ауылдаштарын күперле итергә ынтылған Ғилметдин Ҡунаҡбаев яуап тотасаҡ.

Учалы районы хакимиәте етәкселеге Аҙнаш ауылында күпер төҙөлөшө хаҡында хәбәрҙар. Улар халыҡ иҫәбенә эшләнгән күпер төҙөлөшөнә түбәндәгесә аңлатма бирҙе.

“Беҙгә күпер кәрәклеге тураһында, ауыл халҡы ҡултамғалары менән ғариза килтерҙеләр. Судҡа биргән иптәштең дә ҡултамғаһы бында бар. Аҙаҡ, күрәһең ниндәйҙер талаш сыҡҡан, шуға ла ул ялыу яҙған. Фотоларҙан ҡарағанда ла, әҙәмдең йорто ҡалҡыулыҡта урынлашҡан һәм унда бер ҡасан да һыу барып етмәйәсәк”.

Руслан Ғиләжетдинов, Учалы районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары
Башбат

Алдында ниндәй генә ҡаршылыҡтар һәм кәртәләр осрамаһын, күпер төҙөлөшөн башлаған Ғилметдин Ҡунаҡбаев сигенергә йыйынмай. Әммә Фемида яҡлылар бизмәндәре кем яғына тартыр. Уныһын сираттағы суд ултырышы хәл итәсәк.

Автор: Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ