Бурлы ауылы янында һөт етештереү заводы төҙөлөшө тамамланған. Ауыл хужалығы кооперативының был башланғысын тормошҡа ашырыуға республика бюджетынан былтыр 2 миллион 800 мең һумлыҡ финанс ярҙам бүленгәйне.
Әле урындағы етәкселек документ эштәрен теүәлләү менән мәшғүл, һөттө яҡын тирәләге ауылдарҙан, малсылыҡ менән шөғөлләнгән хужалыҡтарҙан йыйыу планлаштырыла. Яңы заводта ҡаймаҡ, ҡорот, эремсек, сыр кеүек һөт продукциялары әҙерләнәсәк.
Предприятие янында ғына бәләкәй магазин асылған. Киләсәктә бындай сауҙа нөктәләрен тағы ла арттырыу планлаштырылған. Әлегә Бурлы ауылында йәшәүселәр тәүгеләрҙән булып яңы заводта етештерелә башлаған продукцияны тәмләп ҡараны. Сифаты юғары, иң мөһиме хаҡы ла тешләшмәй.




