Сара төбәктә дүртенсе тапҡыр ойошоторолдо. Конкурс тәүҙә балалар өсөн уҙғарылһа, хәҙер ололар ҙа ҡатанаша. Ҡөрьән уҡыу һәләтен күрһәтергә теләүселәр быйыл айырыуса күп булды. Ярышҡа ғаиләһе менән килеүселәр ҙә бар.
114 сүрәне үҙ эсенә алған Ҡөрьән мосолмандарҙың иң изге китабы, уны мәңгелек ҡиммәттәрҙе үҙ эсенә алған тормош һабаҡтары тип атарға мөмкин. Дин әһелдәре әйтеүенсә, Ҡөрьәндәге тәғлимәттәрҙе бала саҡтан үҙләштереү тормошҡа дөрөҫ ҡараш формалаштырырға, фекерләү даирәһен киңәйтергә, зиһенен яҡтыртырға, боҙоҡ юлға баҫмаҫҡа булышлыҡ итә.
Традицион исламды өйрәнеү бөгөнгө көндә айырыуса мөһим. Сөнки йәш быуынға интернет киңлектәренән дә кире йоғонто ҙур.
Конкурс өс сәғәткә яҡны дауам итте. Диндарҙар аҙан әйтеп, сүрәләр һөйләп үҙ ғилемен күрһәтте. Конкурста әүҙем ҡатнашыусы мәхәлләләр ҙә билдәләнде. Беренселекте Һарыһаҙ ауылы мосолмандары яуланы, икенсе урынға Шаранбаш-Кенәз, ә өсөнсөгә Шаран ауылы сыҡты. Иң яҡшы Ҡөрьән уҡыусыларға бүләктәр тапшырылды. Сара һуңында мосолмандар бергә фотоға төштө.




