9 май уңайынан Рәсәй Президенты Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индереүселәргә хаттар ебәрә

Башҡортостанда быйыл дәүләт башлығы открыткаһын 45 меңләп кеше - һуғыш, хеҙмәт ветерандары һәм уларға тиңләштерелгәндәр көтә.

Фото №1 - 9 май уңайынан Рәсәй Президенты Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индереүселәргә хаттар ебәрә

Ҡотлауҙар бөгөндән таратыла башланы. Ветеран теркәлгән адресы буйынса йәшәмәһә, ҡотлау открыткаһы Рәсәй почтаһының урындағы бүлексәһендә бер ай һаҡлана.

Рәсәй Президенты ҡотлауынан тыш, Башҡортостан ветерандары төбәк башлығының да открыткаларын аласаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ