Инсульт – бирешергә сәбәп түгел. Йыл һайын Рәсәйҙә баш мейеһендә ҡан әйләнешенең киҫкен боҙолоуынан 450 меңгә яҡын кеше зыян күрә. Былтыр декабрь аҙағында Өфөлә йәшәүсе Мөхәмәҙулла Фасиков та дүртенсегә инсульт кисерә. Яҡындары оло быуын вәкилен аяҡҡа баҫтырыу өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй. Бигерәк тә Раҡыя Сабирйән ҡыҙы тормош иптәшенә бар яҡлап та ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша.
Ә уның араһында туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлаған ханым баҡса үҫтерергә лә, бал ҡорттарын ҡарарға ла, автомобилдә магазинға барып килергә лә өлгөрә.
Хеҙмәт ветераны Мөхәмәҙулла Фасиков дүртенсе ай инде көпшә ярҙамында туҡланырға мәжбүр. Сөнки сираттағы инсульт кисергәндән һуң ул үҙаллы ашауҙан һәм хәрәкәт итеүҙән туҡтай. Оло быуын вәкиленең баш мейеһендәге ҡан әйләнеше тәүге тапҡыр 90-сы йылдар аҙағында боҙола. Һуңынан ауыр сир ирҙе тағы ла өс тапҡыр аяҡтан йыға. Һуңғыһы былтыр Яңы йыл алдынан ғына теркәлә. Шул уҡ ваҡыттан алып ҡазаға тарыусы яҡындарының даими ярҙамына мохтаж.
Көндәр йылыныу менән ғаилә Өфө эргәһендәге баҡсаларына күсеп килгән. Саф һауа атайыбыҙға тиҙерәк һауығырға булышлыҡ итер тигән өмөттә улдары. Тиҙҙән уңған хужабикә ултыртҡан помидорҙар ҙа өлгөрөргә тейеш. Сөнки витаминдарға бай йәшелсә әлегә тиклемге инсульт эҙемтәләрен еңеп сығырға мөмкинлек биргән.
Ирҙең һауығып китеүенә шифалы бал да ярҙам итер тип көтөлә. Быйыл гәүһәр туйҙарын билдәләгән ғаилә 70-се йылдарҙан алып умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Әлбиттә, хәҙер был эштең бар ауырлығы күберәк хужабикә иңенә төшә. Туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлауға ҡарамаҫтан Раҡыя ханым автомобилдә лә үҙе йөрөй. Уңайлы булһын өсөн ул бер нисә йыл элек автомат коробка транспорт сараһына күсеп ултырған.
Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, уңған ҡатын улдары ярҙамында тормош иптәшен аяҡҡа баҫтырырға йыйына. Уның әйтеүенсә, инсульт бирешергә сәбәп булырға тейеш түгел. Шулай ҙа ул бындай хәлгә ҡалмаҫ өсөн ауырыуҙы алдан иҫкәртеү яҡшыраҡ булыуын иҫтән сығарырға ярамай тигән фекерҙә.




