Матурлыҡ донъяны ҡотҡара

Өфөнән билдәле хирург, онколог Гөлнур Ниғмәнова донъяның йәмен, гүзәллеген сәскәләрҙә күрә. Уның йорто йыл әйләнәһенә аллы-гөллө, хуш еҫле сәскәләргә күмелеп ултыра. Ниғмәновтарҙың баҡсаһында ярангөлдәрҙең генә йөҙҙәрсә төрө бар. Гөлнур Хәмзә ҡыҙы уларҙың һәр береһе тураһында сәғәттәр буйы һөйләй ала. Медицина менән баҡсасылыҡ араһында ниндәй бәйләнеш бар, гөл үҫтереүҙең дауалау көсө ниндәй. Был турала беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Фото №1 - Матурлыҡ донъяны ҡотҡара

Гөлдәрҙең яңы сорттары, бала саҡтан таныштары, яттары, һирәк осрағандары. Ниғмәновтарҙың йортонда барыһын да табырға мөмкин. Береһе дым ярата, икенсеһе артыҡ һыуҙан серей, өсөнсөһөнөң ботаҡтарын һәр ваҡыт киҫеп торорға кәрәк. Меңдәрсә гөл-сәскә. Һәм һәр береһенең үҙ нескәлеге, сере. Гөлнур Хәмзә ҡыҙы әйтеүенсә, улар тере йән эйәләре, кешеләр һымаҡ. Яратҡанды һиҙә, тоя, бар күңелеңде, йөрәгеңде һалып тәрбиәләһәң генә шау сәскәгә күмелә. Иғтибар кәмеү менән һулый башлай.

“Һәр сәскәнең үҙ холҡо бар. Һәр береһенә төрлөсә һыу, ер кәрәк. Көндәр саҡ ҡына йылынып өлгөрҙө, ә гөлдәр сәскә ата башланы. Тиҙҙән барыһы ла матурлыҡҡа күмеләсәк”.

Гөлнур Ниғмәнова, хирург-онколог, сәскә үҫтереүсе

Гөлнур Ниғмәнова билдәле хирург, онколог, көн һайын уның ҡулы аша тиҫтәләрсә пациент үтә. Кешеләрҙең һыҙланыуҙарын, аһ-зарын үҙ йөрәге аша үткәрергә тура килә. Ошо арыу сәскәләр менән аралашҡандан һуң һыпырып алғандай юҡ була. Күңел матурлыҡ менән тула, кешеләргә изгелек эшләү, ярҙам итеү теләге көсәйә, ти ул. Әйе, хирургтар ҡулдарының нескәлеген һаҡларға, ер эше менән булырға тейеш түгел. Әммә гөлдәр, сәскәләр, киреһенсә, һиҙемләү тойғоһон арттыра, нервы күҙәнәктәрен тынысландыра.

“Табиптарҙың эше ауыр. Көн һайын ауырыуҙар менән эшләп арыйһың. Стресты нисек сисергә? Мин сәскә үҫтерәм. Ҡайтып ер менән булыша башлаһам баш та еңеләйә, хәл дә инә, кәйеф тә күтәрелә”.

Гөлнур Ниғмәнова, хирург-онколог, сәскә үҫтереүсе

Ниғмәновтар өсөн баҡса үҫтереү аҡса эшләү ысулы түгел, барыһы ла гүзәллек өсөн. Ғаилә үҫентеләрҙе ҡала урамдарына ултыртыу өсөн бүләк итә, таныштарына тарата. Гөлнур Хәмзә ҡыҙы интернет селтәрендә сәләмәтлек, баҡсасылыҡ буйынса блогтар ҙа алып бара. Табип матурлыҡтың донъяны ҡотҡарыуына ышана, кешенең тәнен генә түгел, йәнен дә дауаларға кәрәк. Шул ваҡытта ғына беҙҙең йәмғиәт тә һау-сәләмәт буласаҡ.

Башбат

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ