Республикала социаль бала ҡараусы хеҙмәте булдырылды

Был хеҙмәт менән аҙнаһына ике тапҡыр ҡулланырға мөмкин. Кескәйҙәрҙе бала ҡараусыға 165 минутҡа һәм иң оҙағы өс сәғәткә ҡалдырырға мөмкин. Был хеҙмәт өс йәше тулмаған балаларға күрһәтелә.

Өфө ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, был хеҙмәтте халыҡты социаль яҡлау ойошмаһы тәҡдим итә. Бының өсөн ойошмаға ғариза һәм тейешле документтар тапшырыр кәрәк.

Социаль бала ҡараусы хеҙмәте менән мохтаж ғаиләләр генә ҡуллана ала. Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн М.Ғафури, 103 адресы йәки 2507700 телефон һандары буйынса шылтыратырға мөмкин.