3 май, таңға ҡарай, Ҡалтасы районында янғын сығыуы хаҡында мәғлүмәт алына. Ҡотҡарыусылар ваҡиға урынына сыға.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, 05:50 сәғәттә Үҙәк урамында ағас йорт яныуы хаҡында мәғлүмәт алына. Янғынды 06:16 сәғәткә тулыһынса һүндереүгә өлгәшәләр.
Асыҡланыуынса, янғында оло йәштәге ҡатын һәләк була. Янғында һүндереүгә ике берәмек техника һәм дүрт ҡотҡарыусы йәлеп ителә. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
Фото: Интернет




