Чесноковка ҡасабаһында модулле фельдшер-акушер пункты булдырыласаҡ

Ҡасабала урындағы халыҡтың сәләмәтлеген яҡшыртыу маҡсатында модулле фельдшер-акушер пунктары булдырыласаҡ.

Фото №1 - Чесноковка ҡасабаһында модулле фельдшер-акушер пункты булдырыласаҡ

Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, башҡаланан йыраҡта урынлашҡан ауылдар өсөн модулле фельдшер-акушер пунктары булдырыласаҡ. Был сара 2019 йылға тиклем тормошҡа ашырыласаҡ. Чесноковка ҡасабаһында ла бындай уңайлы ФАП барлыҡҡа киләсәк.

Фельдшер-акушер пункты инженер селтәрҙәренә тоташасаҡ. Медицина пункты янғын һүндереү часе ҡаршыһында урынлашасаҡ. ФАП-тың асылыу ваҡыты тиҙҙән билдәле буласаҡ.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ