Тәүлек эсендә Өфө йылғаһы ярты метрға күтәрелгән

Яҙғы ташҡын тамамланмай әле. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, Өфө йылғаһының һыу кимәле артҡан. Ә Дим йылғаһының кимәле 25 сантиметрға кәмегән.

Башҡа йылғаларҙың да һыу кимәле артҡан. Стәрлетамаҡта Ағиҙел йылғаһы 49 см-ға, Өфөләге Ағиҙел йылғаһы 18 см-ға күтәрелгән. Шаҡша биҫтәһендәге Өфө йылғаһының һыу кимәле 54 сантиметрға артҡан.

Фото: Интернет